Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
23 Март 2022, 12:28

Майҙанды ҡурай биҙәһен

Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров яңы тәҡдим индергән.  

Майҙанды ҡурай биҙәһенМайҙанды ҡурай биҙәһен
Майҙанды ҡурай биҙәһен

Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров бында халҡыбыҙҙың милли ҡоралы ҡурайҙы урынлаштырырға тәҡдим итә. "Был урындар күңелемә бик яҡын. Цюрупа урамындағы 95-се йортто капиталь төҙөкләндергәндән һуң, ошо биләмәне төҙөкләндереүгә булышлыҡ иттем. Сквер уртаһына Башҡортостан символы - ҡурайҙы һынландырырға тәҡдим итәм , уның ете тажы Башҡортостанда йәшәүсе халыҡтарҙың дуҫлығын сағылдырасаҡ,- тип яҙа депутат үҙенең рәсми сәхифәһендә. - Баймаҡ ҡалаһында, ошо райондың Үрге Яйыҡбай, Төркмән ауылдарында ҡурайға һәйкәлдәр бар. Башҡортостандың баш ҡалаһында республика символы - ҡурайға лайыҡлы һәйкәл булырға тейеш". Беҙҙең ҡарамаҡҡа ла был шәп фекер. Әйҙәгеҙ тәҡдимде ҡеүәтләп, конкурсҡа ҡурай һынландырылған төрлө проекттар тәҡдим итәйек, социаль селтәрҙәрҙә үҙ фекеребеҙҙе белдерәйек.

Башинформ. 

Майҙанды ҡурай биҙәһен
Майҙанды ҡурай биҙәһен
Автор:
Читайте нас