

Хаҡтар күтәрелеү һәм эске баҙарҙа ҡытлыҡ кинәт артыу сәбәпле, рәсәйҙәр яңы автомашиналар артынан Ҡаҙағстанға бара башлаған. Ике республика сиггендәге төбәктәрҙә һатыу күләме шаҡтай артҡан.
Кризис шарттарында “һоро " дилерҙар ҙа активлашты. Улар Ҡазағстанда автомобилдәр һатып ала һәм Рәсәйҙә баҙар хаҡынан осһоҙораҡ хаҡҡа ҡулдан һаталар. Көнсығыш күршеләренең һатып алыу һәләте түбән булу сәбәпле, салондарҙа автомобилдәр оҙағыраҡ тотҡарлана, ә ассортимент та киңерәк.
Пандемия ваҡытында Рәсәйҙең күп кенә граждандары Ҡаҙағстанға иң яҡшы комплектация эҙләп китһә, бөгөн машиналарҙы теләһә ҡайһы төрҙә һатып алырға әҙерҙәр.
Эксперттар фекеренсә, ҡаҙаҡ автобаҙарына бындай ажиотаж файҙаға ғына буласаҡ. Әммә ихтыяҗ артыу арҡаһында хаҡтар ҙа күтәрелә.
https://baltachtan.ru