Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
24 Март 2022, 06:37

Рәсәй Европаға газ оҙатҡан өсөн иҫәп-хисапты һумға күсерә

Рәсәй газ өсөн иҫәп-хисапты һумға күсерә, тип белдерҙе Владимир Путин. Был сара дуҫ булмаған илдәргә ҡағыла.

Рәсәй Европаға газ оҙатҡан өсөн иҫәп-хисапты һумға күсерәРәсәй Европаға газ оҙатҡан өсөн иҫәп-хисапты һумға күсерә
Рәсәй Европаға газ оҙатҡан өсөн иҫәп-хисапты һумға күсерә

«Илебеҙ тауарҙарын Европа союзына, Ҡушма Штаттарға ебәреп, долларҙа, еврола, башҡа валюталарҙа иҫәпләшеүҙең хәҙер беҙҙең өсөн бер ниндәй ҙә мәғәнәһе юҡ. Шуға күрә тиҙ арала иҫәп-хисапты Рәсәй һумына күсереү буйынса саралар комплексын ғәмәлгә ашырырға ҡарар ителде. Тәүҙә тәбиғи газдан башлайбыҙ, дуҫ булмаған илдәр уның өсөн беҙҙең аҡса менән түләргә тейеш. Йәғни ошондай иҫәп-хисаптарҙа башҡа валюталарҙы ҡулланыуҙан баш тартырға», — тип билдәләне ул.

РИА Новости агентлығы хәбәр итеүенсә, дәүләт башлығы поставкалар килешеүҙәрҙә билдәләнгән күләмгә һәм хаҡҡа ярашлы дауам итәсәген әйтте.

https://www.bashinform.ru

Рәсәй Европаға газ оҙатҡан өсөн иҫәп-хисапты һумға күсерә
Рәсәй Европаға газ оҙатҡан өсөн иҫәп-хисапты һумға күсерә
Автор:
Читайте нас