Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
24 Март 2022, 12:51

Йәшел дарыухана

Дауалау өсөн ҡарағайҙың бөрөһө, ылыҫы һәм сайыры ҡулланыла. Ҡарағай бөрөләре составында витаминдар, крахмал, фитонцидтар, микроэлементтар һәм башҡа биологик актив матдәләр бар. С витамины ла күп. Сайыры бигерәк тә фитонцидтарға бай.

Йәшел дарыуханаЙәшел дарыухана
Йәшел дарыухана
Ҡарағай бөрөләрен, сайырын ағас ҡырҡҡан урында әҙерләргә кәрәк. Бөрөләрҙе ҡышҡыһын йәки яҙҙың тәүге айҙарында, ә ылыҫын яҙғыһын әҙерләү хәйерлерәк. Йылдың башҡа миҙгелдәрендә лә әҙерләргә мөмкин. Сайырҙы яҙҙан алып көҙгә тиклем йыйып була. Ҡарағай бөрөләре, ылыҫы ҡоро, күләгәле ерҙә киптерелә һәм ғәҙәттәгесә һаҡлана.
Ҡарағай бөрөләре ҡайнатмаһын тын алыу юлдары, үпкә шешкәндә, ревматизм булғанда, үт ҡыуығы, бөйөр һәм бәүел ҡыуығы сирләгәндә ҡулланырға кәңәш ителә. Ҡайнатма шулай әҙерләнә: 1 ҡалаҡ киптерелгән бөрөнө 1 стакан ҡайнар һыуға һалып, 3–4 минут талғын утта ҡайнатып алырға кәрәк. Дауаны көнөнә 3–4 тапҡыр, ашар алдынан бер ҡалаҡ эсергә. Тын алыу юлдарын дауалағанда эҫе ҡайнатманы ингаляция рәүешендә лә файҙаланырға була.
Был ҡайнатманы ҡушып, нервылар ҡаҡшағанда, аяҡ-ҡулдар һыҙлағанда ванна яһарға мөмкин. Ҡарағай ылыҫынан әҙерләнгән ҡайнатманы халыҡ медицинаһында борон-борондан зәңгене кисектереү һәм дауалау маҡсатында эсергә кәңәш иткәндәр. Ҡайнатма шулай әҙерләнә: 2–3 ҡалаҡ кипкән ылыҫты ярты литр һыуға һалып, 15 минут ҡайнатып алырға. Тәм өсөн 1–2 ҡалаҡ шәкәр һәм 1-2 балғалаҡ 8 процентлы аш һеркәһе өҫтәлә. Ҡайнатманы көнөнә 2-3 тапҡыр ½ – 1/3 стакан эсергә. Ҡарағай (шулай уҡ ҡарағас, шыршы) ылыҫынан әҙерләнгән ҡайнатманы ла аяҡ-ҡул һыҙлағанда, нервылар ҡаҡшағанда ванна яһау өсөн файҙаланалар.
Ҡарағай сайырынан алынған скипидар медицинала ыуыныу майын яһау өсөн ҡулланыла. Ҡарағай дегетенән әҙерләнгән дарыу майы менән экзема, ҡырҡылсан тимерәү кеүек тире ауырыуҙарын дауаларға мөмкин. Сайырынан әҙерләнгән һағыҙ ҙа бик файҙалы: ауыҙ эсен таҙарта, ят еҫте бөтөрә.
Ҡарағай дауаһы бик көслө. Шуға күрә эсеү өсөн файҙаланғанда сама белеү бик мөһим! Дауаланыу мотлаҡ табип билдәләүе буйынса үтергә тейеш. Йөклө, имеҙгән ҡатындарға, балаларға ҡарағай дауаһын файҙаланырға кәңәш ителмәй.
Фото: 7dach.ru
https://ye102.ru
 
Йәшел дарыухана
Йәшел дарыухана
Автор:
Читайте нас