Дим буйҙары
+30 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
24 Марта 2022, 08:01

Яҙғы ташҡынға әҙерлек бара

Һыу баҫыуға ҡаршы әҙерлек смотрында 29 берeмек техника hәм 76 авария-ҡоткарыу формирование кешеһе ҡатнашҡан

Яҙғы ташҡынға әҙерлек бараЯҙғы ташҡынға әҙерлек бара
Яҙғы ташҡынға әҙерлек бара

Бишбүләк районында яҙғы ташҡынға әҙерлек планы нигеҙендә, яҙғы ташҡын осоронда ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү hәм бөтөрөү буйынса берҙәм дәүләт системаһының Башҡортостан территориаль системаһының Бишбүләк звеноһы көстәре һәм саралары тикшерелде.

 Район хакимиәтенең ултырыштар залында Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе киҫәтеү һәм бөтөрөү, шулай уҡ  янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса комиссия (КЧС и ОПБ) hәм ташҡынға ҡаршы комиссияларының сираттағы киңәйтелгән ултырышы булды, унда «Бишбүләк районы муниципаль районының 2022 йылда яҙғы ташҡын мәлен хәүеф-хәтәрһеҙ үткәреүгә әҙерлеге тураһында»ғы мәсьәлә ҡаралды.

Ултырышты район хакимиәте башлығы, КЧС hәм ОПБ рәйесе Артур Зарипов алып барҙы. 2022 йылда районда ташҡынға әҙерләнеү hәм хәүефһеҙ үткәреү буйынса саралар тураһындағы ентекле доклад менән райондың яҙғы ташҡынға ҡаршы комиссияһы рәйесе, хакимиәт башлығының төҙөлөш һәм һәм тораҡ-коммуналь мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Алексей Никитин сығыш яһаны. Райондың тораҡ пункттары һыу баҫыу зонаһына инә торған ауыл биләмәләре башлыҡтарын тыңланылар. Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәү буйынса БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса БР Дәүләт комитетының янғындарҙы киҫәтеү үҙәге инструкторҙары Николай Буреев hәм Радик Төхвәтуллин мәғлүмәт бирҙе. Унан һуң «2022 йылғы яҙғы ташҡын хәүефе осоронда бәлә-ҡазаны кәметеү, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе мониторинглауҙы hәм фаразлауҙы тәьмин итеү буйынса саралар ойоштороу» темаһы буйынса яҙғы ташҡынға ҡаршы комиссия тренировкаһы булды.

Районда һыу баҫыу зонаһында дүрт ауыл Советы территорияһында ете тораҡ пункт урынлашҡан. Айыт ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Рәсил Ғимазетдинов Дим йылғаһы буйында урынлашҡан Айыт ауылын һыу баҫыу ҡурҡынысы янағанда, нисек эш итәсәктәре тураһында һөйләне. Унан һуң тренировка барышында Ерекле ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Александр Петров сығыш яһаны. Ул Сиҙәкбаш ауылы янында дамба емерелеү хәүефе булғанда нисек эш итергә кәрәк икәнлеген ентекләп бәйән итте.

Өйрәнеүҙәр тамамланғандан һуң, ултырышта ҡатнашыусылар яҙғы ташҡын осоронда мөмкин булған ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү буйынса саралар үткәреүгә йәлеп ителә торған Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе киҫәтеү һәм бөтөрөү буйынса Рәсәй системаһы Башҡортостан территориаль системаһының Бишбүләк звеноһы саралары әҙерлеге смотрында ҡатнашты. Сарала 29 берeмек техника hәм 76 авария-ҡоткарыу формирование кешеһе ҡатнашты. Район хакимиәте башлығы Артур Зарипов, хакимиәт башлығы урынбаҫары, яҙғы ташҡынға ҡаршы комиссия рәйесе Алексей Никитин, район хакимиәтенең мобилизацион әҙерлек hәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр секторы мөдире Николай Чернов, 68-се янғын часы начальнигы Сергей Терентьев етeкселегендә авария-тергеҙеү бригадаларын йыһазлау, тапшырылған техниканың торошо hәм эшкә яраҡлылығы, материалдарҙың запасы hәм инструменттары булыу, тейешле инструктаж үтеү тикшерелде. Ойошма етәкселәре техниканы шәхсән үҙҙәре тәҡдим итте hәм ғәҙәттән тыш хәлдәр шарттарында эшләргә әҙерлек, маҡсаттар, функциональ бурыстар тураһында һөйләне. Дөйөм теҙелештә смотрға йомғаҡ яһалды, алдағы осорға бурыстар билдәләнде. Смотр формированиеларының 2022 йылғы яҙғы ташҡынды имен үткәреү өсөн әҙерлеген күрһәтте.

Николай ЧЕРНОВ, район хакимиәтенең мобилизацион әҙерлек hәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр секторы мөдире.

Яҙғы ташҡынға әҙерлек бара
Яҙғы ташҡынға әҙерлек бара
Автор:
Читайте нас