Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
25 Март 2022, 06:17

"Алтын гаиш"никтың мөлкәтен тартып алғандар

Урлашып тотолған инспектор Илдус Шәйбәков үҙ милкенән мәхрүм ителгән – уны дәүләт иҫәбенә алғандар. Башҡортостан Юғары суды ҡарары менән ҙур күләмдәге аҡсанан тыш, тағы нимәләр тартып алынған?

"Алтын гаиш"никтың мөлкәтен тартып алғандар"Алтын гаиш"никтың мөлкәтен тартып алғандар
"Алтын гаиш"никтың мөлкәтен тартып алғандар

- Дәүләт файҙаһына 44 миллион һумлыҡ милек һәм аҡса алынды, шул иҫәптән 2 коммерция ҡарамағындағы бина, тораҡ булмаған бина өлөшө, тораҡ йорт, гараж, 1 фатир һәм 2 ҡиммәтле автомобиль, шулай уҡ полиция хеҙмәткәре торағына тентеү барышында алынған 60 088 АҠШ доллары, 20 евро, 30 090 һум аҡса, — тип асыҡлыҡ индергәндәр прокуратура матбуғат хеҙмәтендә.
Законһыҙ рәүештә алынған күсемһеҙ милеген йәшереү өсөн Шәйбәков уны туғандарына рәсмиләштергән булған. Әммә улар суд аша үҙҙәренең был әйберҙәрҙе биләү хоҡуғын раҫларға ынтылып ҡараһа ла, бер ниндәй дәлил дә таба алмағандар. Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының район-ара теркәү-имтихан бүлегенең элекке начальнигына ҡарата бындай енәйәтте ойоштороу һәм ришүәтселек факты буйынса енәйәт эштәре ҡуҙғатылған.
Әммә быға ҡарата Илдус Шәйбәковтың фекере билдәһеҙ, сөнки ул әле һаман ҡасып йөрөй.

Фото: static.ngs.ru

https://kiziltan.ru

"Алтын гаиш"никтың мөлкәтен тартып алғандар
"Алтын гаиш"никтың мөлкәтен тартып алғандар
Автор:
Читайте нас