

26 йәшлек Өфө һылыуы “Пятница” телеканалында барған “Дүрт туй” тапшырыуында төшкән. Ҡатнашыусылар менән осрашҡас та, Лиана илап ебәрә. Уны Мәскәү ҡыҙы тынысландыра. Кәйефе ҡырылыуының сәбәбе: туй бюджетының бары 60 мең һум ғына булыуы. Ә ҡалған һылыуҙарҙың туй сараһына бүленгән хаҡ 600 меңдән башлап 5 миллионға тиклем барып баҫа. Проект ҡағиҙәләре буйынса, матурҡайҙар бер-береһенең туйын баһаларға тейеш: күлдәгенә, табын байлығына һәм банкет үткән залдың биҙәлешенә һәр кем мәрәй ҡуя. Һөҙөмтәлә еңеүсене туй сәйәхәте кәтә.
Өфө сибәркәйе үҙ мөхәббәт тарихы, ире менән Интернетта танышыуы, тәүҙә дуҫ булараҡ осрашыуҙары, һуңынан Ғәйнетдиндең етди мөнәсәбәткә күсергә тәҡдим итеүе хаҡында ҡанатланып һөйләй.
«Минең туйым иң матуры буласаҡ! Күңелле, ҡыҙыҡлы, йәнле», – ти Башҡортостан һылыуҡайы, никахлашыу тантанаһы алдынан. Маскарад рәүешендә уҙғарылған классик туй, ысынлап та, күптәрҙең күңеленә хуш килә. Ҡалған өс дәғүәсе: Юлиана Мәскәүҙә йондоҙло ҡунаҡтар менән фэшн-туй, Ростов-на-Дону сибәркәйе сюрприз-байрам ойоштора, ә Красноярскиҙан Анастасия әкиәт һарайындағы ғәжәп туйы менән һоҡландыра. Һөҙөмтәлә Лиана икенсе урын ала, ә туй сәйәхәте Анастасияға яҙа.
Фото: "Башинформ"дан.