Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
26 Март 2022, 06:42

Өфөлә үҙенсәлекле күргәҙмә асылды

Ҡаҙағстандың Милли музейы фондынан килтерелгән күргәҙмәлә 125 боронғо әйбер тәҡдим ителә. Был — Евразияның дала мәҙәниәтен һәм традицияларын сағылдырған мираҫтың, билдәһеҙ оҫталар ижадының бер өлөшө генә. Ҡаҙағстандың символына әүерелгән «Алтын кеше» Истанбул, Лондон, Прага кеүек ҙур ҡалаларҙа булған.

Өфөлә үҙенсәлекле күргәҙмә асылдыӨфөлә үҙенсәлекле күргәҙмә асылды
Өфөлә үҙенсәлекле күргәҙмә асылды

Ҡаҙағстандың Милли музейы директоры Арыҫланбәк Мөхәмәтулы әйтеүенсә, был артефакттар IV-V быуаттарҙа Евразия ерҙәрендә боронғо рун яҙмаһы булыуы хаҡында һөйләй. Һәр алтын биҙәүес үҙенә күрә мәғәнәгә эйә. Улар Башҡортостан халҡы өсөн ҡыҙыҡлы булыр.

- Күргәҙмә ойошторорғаа теләк белдергәне өсөн республика Башлығы Радий Хәбировҡа һәм Мәҙәниәт министрлығына рәхмәтлемен, -тип белдерә ул. 

 Ысынлап та, сак ҡәбиләләре дәүеренән ҡалған биҙәүестәр, көнкүреш кәрәк-яраҡтары, ат егеү әйберҙәре бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Экспозицияның һәр ташы, һәр күренеше тамашасыны серле тарих төпкөлөнә әйҙәй. Шул дәүерҙә табылған таштағы яҙыуҙар ҙа һаман булһа уҡылмаған, ғалимдар уны рун яҙмаларына оҡшаш тип билдәләгән. Ҡыҫҡаһы, был серле донъя тағы асылыр ҙа асылыр әле.

Күргәҙмә Өфөлә 29 мартҡа тиклем буласаҡ. Уны барып күрергә ашығығыҙ!

Башинформ.

Өфөлә үҙенсәлекле күргәҙмә асылды
Өфөлә үҙенсәлекле күргәҙмә асылды
Автор:
Читайте нас