Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
28 Март 2022, 09:24

“Был аҙна республика өсөн ауыр булды”...

Радий Хәбиров Украинала һәләк булған һалдаттарҙың ғаиләләренә ярҙам итергә ҡушты.

“Был аҙна республика өсөн ауыр булды”...“Был аҙна республика өсөн ауыр булды”...
“Был аҙна республика өсөн ауыр булды”...

Бөгөнгө Хөкүмәт кәңәшмәһендә бик ауыр тема ла күтәрелде. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Украинала һәләк булған егеттәребеҙ тураһында әйтте.

– Был аҙна республика өсөн бик ауыр булды. Өфөлә, Күмертауҙа, Салауатта, Бөрйән районында, Нефтекамала беҙ һуңғы юлға Башҡортостан егеттәрен оҙаттыҡ. Бик ауыр ерләүҙәр үтте, егеттәр ныҡ йәл, – тине ул.

Республика етәксеһе муниципалитет башлыҡтарына уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү мәсьәләһенә шәхсән ҡушылырға ҡушты.

– Муниципалитет башлыҡтарына мөрәжәғәт итәм – ярҙам күрһәтеү мәсьәләһендә шәхсән ҡатнашырға кәрәк. Мин йома көндө Бүздәккә инеп сыҡтым, унда беҙҙең егет һәләк булды. Өс ҡыҙы бар, өсәүһенә лә аяҡҡа баҫҡансы ярҙам итергә тейешбеҙ. Берәүһе мәктәптә уҡый, икенсеһе колледжды тамамлай. Улар Сыбаркүлдә йәшәй, уларҙы күсереп алып ҡайтырға, урынлаштырырға кәрәк, былар барыһы ла ҙур эш. Һәр башлыҡ ошо мәсьәләләргә бик иғтибарлы булырға тейеш, – тине Башҡортостан Башлығы.

Был мәсьәләне Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Искәндәр Әхмәтвәлиев контролдә тота, тине Радий Хәбиров.

Фото: m.ura.news

https://bashgazet.ru

“Был аҙна республика өсөн ауыр булды”...
“Был аҙна республика өсөн ауыр булды”...
Автор:
Читайте нас