

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына кредит каникулы биреү өсөн тармаҡтар исемлеге раҫланған. Ошо хаҡта Рәсәй Хөкүмәтенең 2022 йылдың 10 марттағы ҡарары Рәсәйҙең хоҡуҡ мәғлүмәттәре порталында баҫылған.
Ҡарарҙа әйтелеүенсә, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары заемсылары 2022 йылдың 1 мартынан 30 сентябргә тиклем түбәндәге тармаҡтар буйынса кисектереү алыу хоҡуғына эйә: ауыл һәм урман хужалыҡтары; күмәртәләп һәм берәмләп һатыу, автотранспорт сараларын һәм мотоциклдарҙы ремонтлау; мәғариф; һаулыҡ һаҡлау һәм социаль хеҙмәттәр өлкәһендәге эшмәкәрлек; ҡунаҡханалар һәм туҡланыу предприятиелары эшмәкәрлеге; аҙыҡ-түлек, эсемлектәр, кейем һәм башҡа эшкәртеүсе производство.
“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты сиктәрендә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына ярҙам итеү ойошторола. Ошо хаҡта сығыштарының береһендә Рәсәй Президенты Владимир Путин да билдәләп үтте: “Зыян күргән тармаҡтарҙың бәләкәй һәм урта компанияларына быға тиклем ҡабул ителгән ярҙам сараларына өҫтәп, дәүләт тарафынан кире ҡайтарыу талап ителгән ярҙам күрһәтергә тәҡдим итәм. Был сараларҙы иң мөһим бурыстарҙы хәл итеүгә, шул иҫәптән эш хаҡы түләүгә, хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы кимәлен яҡлауға, йүнәлтә ала”.
Заемсы, әгәр кредит килешеүе 2022 йылдың 1 мартына тиклем төҙөлгән булһа, кредиторға кредит каникулдарын биреү талабы менән мөрәжәғәт итә ала.
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2022-03-26/kredit-kanikuly-bir-l-r-2744832
Фото: metr12.ru