Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
29 Март 2022, 03:56

Класс етәкселәре! Конкурс һеҙҙең өсөн!

Башҡортостан уҡытыусыларын II Бөтә Рәсәй класс етәкселәре форумында ҡатнашырға саҡыралар. Унда мәктәптә эш тәжрибәһенә эйә булған, йәғни класс етәксеһе бурысын атҡарған һәр педагог ҡатнаша ала.

Класс етәкселәре! Конкурс һеҙҙең өсөн!Класс етәкселәре! Конкурс һеҙҙең өсөн!
Класс етәкселәре! Конкурс һеҙҙең өсөн!

Һайлап алыу өс этапта үтә:

- педагогика нигеҙҙәре буйынса онлайн тест үтеү;

- онлайн тәртибендә класс етәкселеге буйынса ғәмәли күнекмәләр;

- ҡатнашыусының форумға барыу маҡсатын нигеҙләгән видеовизитка.

Сара үҙе Мәскәүҙә октябрь айында үтәсәк. Быйылдан башлап ҙур педагогик форумда урта һөнәри белем биреү (колледж, техникум, училищелар)  кураторҙары ла ҡатнашырға саҡырыла.

 Конкурста ҡатнашырға теләүселәргә «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге махсус әҙерләнгән мини-ҡушымтала (https://vk.com/app8088836 )  теркәлергә һәм анкета тултырырға кәрәк. Яңылыҡтарҙы төркөмдә vk.com/vfkr_ru күҙәтеп барырға мөмкин.

Әйткәндәй, үткән йылда форум 85 төбәктән 1 меңдән ашыу ҡатнашыусыны йыйған, Башҡортостандан 18 педагог ҡатнашҡан.

– Бындай саралар уҡытыусыларыбыҙ өсөн бик кәрәк, сөнки тап ошонда бер-береһе менән аралашып, мәғарифты үҫтереү траекторияһын билдәләгән кешеләр менән әңгәмә ҡорғанда тәжрибә менән уртаҡлашып, педагогтар яңы идеялар, уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн көс ала,  –  ти былтырғы форумда ҡатнашыусы Өфө ҡалаһының 95-се белем биреү үҙәге директорының уҡытыу-тәрбиә эше буйынса урынбаҫары Федан Ғафаров.

Форум Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы тарафынан Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса үткәрелә. Ойоштороу яғынан Яңы белем биреү формаларын үҫтереү фонды ярҙам итә.

Башинформ. 

Класс етәкселәре! Конкурс һеҙҙең өсөн!
Класс етәкселәре! Конкурс һеҙҙең өсөн!
Автор:
Читайте нас