Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
29 Март 2022, 03:58

Яҙғы баҫыу эштәре көтә

Республикала яҙғы баҫыу эштәренең ҡасаныраҡ башланыры билдәле булды.    

Яҙғы баҫыу эштәре көтәЯҙғы баҫыу эштәре көтә
Яҙғы баҫыу эштәре көтә

15 апрелдә республика аграрийҙары баҫыуға сығырға һәм яҙғы баҫыу эштәрен башларға тейеш, тип хәбәр итте Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә.

Уның һүҙҙәренсә, быйыл аграрийҙар етен, кукуруз, ҡарабойҙай һәм шәкәр сөгөлдөрөнөң сәсеү майҙандарын арттырырға ниәтләй. Быйыл иген баҫыуы 1,7 млн гектар була.  47 мең гектар майҙанда шәкәр сөгөлдөрөн сәсеү планлаштырыла, был 1,8 млн тонна шәкәр сөгөлдөрө алырға мөмкинлек бирергә тейеш. Унан 301 мең тонна шәкәр ҡомо етештерергә мөмкин, был инде ике йыл ярымға етерлек запас.

Республиканың 18 муниципаль районы  шәкәр сөгөлдөрө менән шөғөлләнә.

Фото Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән

Яҙғы баҫыу эштәре көтә
Яҙғы баҫыу эштәре көтә
Автор:
Читайте нас