Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
4 Апрель 2022, 09:42

Башҡортостан табиптары Лука Крымский миҙалы менән бүләкләнде

Владимир Путин әүҙем тормош позицияһы һәм ҙур уңыштарға өлгәшкән граждандарҙы Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградалары менән бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы.

Башҡортостан табиптары Лука Крымский миҙалы менән бүләкләндеБашҡортостан табиптары Лука Крымский миҙалы менән бүләкләнде
Башҡортостан табиптары Лука Крымский миҙалы менән бүләкләнде

Указда билдәләнеүенсә, Башҡорт дәүләт медицина университеты ординаторҙары Илдар Рәйес улы Әпсәләмов, Рүзил Зөфәр улы Ғәлиев һәм Руслан Рәмил улы Фәхретдинов, шулай уҡ Өфөнөң 21-се дауаханаһының бүлек мөдире Рәмилә Зәйнулла ҡыҙы Батраева Лука Крымский миҙалы менән бүләкләнде.

Билдәле хирург, архиепископ Симферопольский и Крымский Лука хөрмәтенә аталған дәүләт наградаһы һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге ҡаҙаныштар өсөн тапшырыла. Рәсәй президенты указы менән 2020 йылдың 19 июнендә булдырылған.

https://www.bashinform.ru

Башҡортостан табиптары Лука Крымский миҙалы менән бүләкләнде
Башҡортостан табиптары Лука Крымский миҙалы менән бүләкләнде
Автор:
Читайте нас