+30 °С
Болотло


“Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирус инфекцияһын профилактикалау өсөн Гам-КОВИД-Вак (“Спутник V”) вакцинаһының танауға һиптерә торған формаһын теркәне. Препаратты Гамалея исемендәге Эпидемиология һәм микробиология ғилми-тикшеренеү үҙәге сығарҙы”, – тиелгән яҙмала.
Уны вакцина ярҙамында профилактика үткәреүсе медицина ойошмаларында яһатырға мөмкин буласаҡ, тип аныҡлап үтәләр министрлыҡта. Был вакцина 18 йәшлек һәм унан өлкәнерәк кешеләр өсөн тәғәйенләнә.
Препарат ике компоненттан тора һәм махсус һиптергес ярҙамында танауға өс аҙна арауыҡ менән индерелә.
“Башинформ”.