Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
4 Апрель 2022, 05:28

Рәсәйҙә барлыҡ федераль округтарға туристик чартерҙар асыла

Туризм буйынса федераль агентлыҡ илдең барлыҡ федераль округтарына туристик чартерҙарҙың асылыуы тураһында иғлан итте.

Рәсәйҙә барлыҡ федераль округтарға туристик чартерҙар асылаРәсәйҙә барлыҡ федераль округтарға туристик чартерҙар асыла
Рәсәйҙә барлыҡ федераль округтарға туристик чартерҙар асыла

Улар яҙғы-йәйге осорҙа башлана. Ведомство етәксеһе Зарина Догузова һүҙҙәренсә, самолеттар Кавказға (Чечня, Дағстан), Калининград өлкәһенә, Татарстанға, Төмән өлкәһенә, Алтайға, Карелияға, Байкалға, Камчаткаға һәм Сахалинға юллана, тип хәбәр итте ТАСС.

«Был халыҡҡа илебеҙҙә ял итеү өсөн яңы йүнәлештәр асыу өсөн шәп мөмкинлек», – тип билдәләне Ростуризм етәксеһе.

Бынан алда Рәсәйҙә «Беҙ бергә. Туризм» программаһы башланды, уға 200 компания ҡушылды. Улар туристарға махсус тәҡдимдәр һәм ташламалар әҙерләй. Туристик кешбэк программаһы ла ғәмәлдә.

Олег Яровиков фотоһы.

https://www.bashinform.ru

 

Рәсәйҙә барлыҡ федераль округтарға туристик чартерҙар асыла
Рәсәйҙә барлыҡ федераль округтарға туристик чартерҙар асыла
Автор:
Читайте нас