Башҡорттар элек-электән ҡоротло һурпаға өҫтөнлөк биргән. Йылҡы итенән бешерелгән бишбармаҡтан һуң ҡунаҡтарға һурпа бирелгән. Теләгәндәр уға йәшел һуған, ҡара борос өҫтәгән. Һурпа мотлаҡ ҡоротло булған. Уның һаулыҡ өсөн файҙалы булыуын белгәндәрҙер. Ит менән һалманан һуң ҡоротло һурпа эсеү ашаған ризыҡты һеңдереү өсөн дә һәйбәт. Халыҡ ижадында уға бәйле мәҡәл-әйтемдәр ҙә байтаҡ. Мәҫәлән, “Ите - иткә, һурпаһы - биткә”, “Һурпа эскән сирләмәҫ”, “Эс һурпаһын, ҡойма туртаһын”, “Һурпалыла - бер, өйрәлелә ике кис” һәм башҡалар.
Донъяла һурпаның 150-нән ашыу төрө бар, улары үҙ сиратында тағы меңләгән төргә бүленә икән. Кулинария сәнғәтен өйрәнгән белгес, яҙыусы Вильям Похлебкин кәбеҫтә ашының - 24, балыҡ һурпаһының 18 төрөн һүрәтләгән. Башҡорттар араһында ла табынға һурпа биреү тәртибенең һәр төбәктә үҙенә генә хас үҙенсәлектәре бар. Кемдәрҙер уны дөйөм туҫтаҡта яраштырып, ҡоротлап, аҙаҡ кәсәләргә ҡойоп таратһа, икенселәр уртаға ултыртылған бишбармаҡ табағынан алып ҡоя. Хәҙер күптәр табынға ашты һурпаһыҙ ҙа бирә. Шулай уҡ һуңғы ваҡытта һурпаны - айырым, итте картуф, кәбеҫтә, кишер, һуған менән бергә табынға биреү ҙә матур йолаға әйләнә бара.
Һурпаны төрлөсә әҙерләргә мөмкин: уның әсе лә, сөсө лә, ҡуйы ла, шыйыҡ та булыуы мөмкин. Мәҫәлән, мин сит илдәрҙә помидор, яҫмыҡ, ҡауын, ҡарбуздан бешергәндәрҙе тәмләп ҡарағаным булды, әммә уларҙың береһе лә үҙебеҙҙең ҡоротло һурпаға етмәй. Әйҙәгеҙ, байрам хөрмәтенән, ҡәҙерле хужабикәләр, бөгөн киске табынға ҡоротло һурпа әҙерләп, яҡындарыбыҙҙы ҡыуандырайыҡ!
Фото: zen.yandex.ru
https://bashgazet.ru