Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
6 Апрель 2022, 10:11

Диктант яҙыуҙа һәр кем ҡатнаша ала

Сара шәмбе 9 апрелдә сәғәт 11-ҙә башлана

Диктант яҙыуҙа һәр кем ҡатнаша алаДиктант яҙыуҙа һәр кем ҡатнаша ала
Диктант яҙыуҙа һәр кем ҡатнаша ала

Өфөлә 2012 йылда рус теленән тәүге тапҡыр тоталь диктант ойошторолдо. Быйыл тоталь диктанттың авторы – яҙыусы Марина Степанова (“Сад”, “Хирург”, “Женщины Лазаря”).

Тоталь диктантта ҡатнашыусылар 19 быуатта Воронеж ҡалаһында йәшәгән һәм беренсе мөхәббәте менән осрашырға уйлаған үҫмерҙең тормошо тураһында тексты яҙасаҡ.  

Тоталь диктант шәмбе 9 апрелдә сәғәт 11-ҙә башлана. Диктант яҙыу өсөн алдан https://totaldict.ru/ufa тигән сайтта теркәлергә кәрәк. Диктант яҙыу майҙансыҡтары түбәндәгеләр: Өфө дәүләт авиация техник университеты, Башҡорт дәүләт университеты, Башҡорт дәүләт медицина университеты, Өфө дәүләт нефть техник университеты, Башҡорт дәүләт педагогия университеты, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай, Ә. Вәлиди исемендәге Милли китапхана, Үҙәк ҡала китапханаһы, 2-се, 6-сы, 29-сы, 41-се, шулай уҡ Таптыҡ ауылы модель китапханалары, 82-се гимназия һәм тағы бер нисә белем усағы. Диктант яҙырға килгән һәр кемгә бланк һәм ручка, бынан тыш музейға билет һәм пицца өсөн флаер тапшырыла.

Диктантҡа онлайн әҙерләнеү сайты – totaldict.ru.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

https://bashgazet.ru

Диктант яҙыуҙа һәр кем ҡатнаша ала
Диктант яҙыуҙа һәр кем ҡатнаша ала
Автор:
Читайте нас