+30 °С
Болотло


"Геморрагик биҙгәк – вируслы ауырыу. Уның менән баҡса участкаларын һәм ҡаланан ситтәге йорт тирәһен йыйыштырғанда зарарланырға мөмкин”, – ти һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова.
Ағастарҙа япраҡ ярып, үлән сыға башлау менән талпан энцефалиты менән зараланыу хәүефе лә арта. Уға ҡаршы һөҙөмтәле көрәшеү сараһы булып прививка эшләтеү тора. Уның хаҡы ололарға 1200 һумдан алып, балаларға 2000 һумға тиклем тәшкил итә.
“Роспотребнадзор» идаралығы хәбәр итеүенсә, былтыр талпан энцефалиты менән 16 зарарланыу осрағы теркәлгән, ә 2020 йылда – 14.