

Мөхлис Мөҙәрис улы 1954 йылда Миәкә районы Туҡһанбай ауылында тыуған. Ғаиләләрендәге алты баланың иң өлкәне булараҡ, ул йәшләй эшкә өйрәнеп үҫә. Барлыҡ тиҫтерҙәре кеүек, бала сағында теремек, физик яҡтан ныҡ ауыл малайы атаһына ауыл малдарын да көтөшә, бесән әҙерләү кеүек хужалыҡ эштәрендә лә ярҙамлаша.
- Хеҙмәт юлымды “Дим” совхозында спорт буйынса методист булараҡ башланым. Ни тиһәң дә, Стәрлетамаҡ физкультура техникумына уҡырға инеү өсөн, ике йыл стаж кәрәк ине. Ул йылдарҙа спортҡа иғтибар көслө булды, беҙ районда беренселәрҙән булып, хоккей майҙансығы төҙөнөк, Дим совхозының алты бүлексәһендә, футбол буйынса күнекмәләр уҙғарыу урыны эшләнде. Һәр аҙнала, футбол майҙанында, командалар араһында турнирҙар ойошторолдо, - тип һөйләй Мөхлис Зарипов.
Артабан киске мәктәптә уҡып, урта белем алған егет Совет Армияы сафтарына алына һәм Мәскәүҙәге юғары пограничниктар училищеһында хеҙмәт итә. Хәрби бурысын үтәп, тыуған яҡтарына ҡайтҡас, физик яҡтан ныҡлы, сыныҡҡан егет бер аҙ төҙөлөштә эшләй.
- Был мәктәпте үҙем төҙөштөм, шунан тәрбиәсе булып эшкә урынлаштым. Ул ваҡытта Аҙнай, Сафар, Тулыбай, Хомутовҡа, Ҡолтай, Ольховка ауылдарынан интернатта 200-ҙән ашыу бала йәшәне. Тәрбиәсе булып эшләүҙән тыш, физкультура дәрестәрен дә алып барҙым. Бер аҙ һуңыраҡ, инде ғаиләле булғас, Волгоград физкультура институтында ситтән тороп белем алдым, - ти ул, хеҙмәт юлының башын иҫкә алып.
Дим урта мәктәбендә физкультура уҡытыусыһы булып эшләү дәүерендә, Мөхлис Мөҙәрис улы балаларҙа спортҡа һөйөү тәрбиәләү, сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыу, “хәрәкәттә – бәрәкәт” икәнлеген төшөндөрөү өсөн бар көсөн һала. Яратҡан һөнәренә бөтә күңелен биреп эшләгәнгә күрә, ҡыуанырлыҡ, ғорурланырлыҡ һөҙөмтәләр күп була. Уҡыусылары күп кенә район һәм төбәк-ара ярыштар призерҙары булып таныла. Тәрбиәләнеүселәрен яңынан-яңы еңеүҙәргә сәмләндергән, рух өҫтәгән уҡытыусының да хеҙмәте күп һанлы Почет грамоталары, дипломдар менән билдәләнгән.
- Уҡыу-уҡытыу программаһында, милли уйындар ҙа ҡаралғаны. Беҙҙә ул йылдарҙа, русская лапта уйыны ныҡ үҫеште. Төбәк-ара ярыштарҙа көс һынашҡандан һуң, республика кимәлендә сығыш яһаныҡ, ғәҙәттә, спорт ярыштары Чесноковкала уҙғарыла ине, унда, өс йыл рәттән, призлы урындар алдыҡ. Хажиев Вилдан, Ғәлләмов Марат, Семенов Денис, Ситдиҡов Фидан кеүек спорт һөйөүсе егеттәр команданы алдынғылар рәтендә сығарҙы ла инде. Шулай уҡ ҡыҙҙар араһында ла шәп уйынсылар булды, 7-8 ҡыҙ мини-лапта буйынса, 60-70 пар саңғы бар ине, дәрестәрҙе йыш ҡына парелель кластар менән берләштереп үткәрә торғайныҡ.
Мөхлис Мөҙәрис улы ун йыл инде хаҡлы ялда булыуға ҡарамаҫтан, үҙен яҡшы тоя. Хеҙмәттәше Евгений Геннадьевич Семенов юғары кластар менән эшләһә, ул башланғыс кластарҙа физик культура дәрестәрен алып бара.
-Мөхлис Мөҙәрис улы тәжрибәле, шул уҡ ваҡытта талапсан уҡытыусы. Дәресе булмаһа ла, мәктәпкә килә, көнө буйы шул балалар янында була. Һәр эшкә ҙур яуаплылыҡ менән ҡарай, мәктәп янындағы хоккей майҙансығын төҙөүҙә һәм уны тәртиптә тотоуҙа уның ярҙамы баһалап бөткөһөҙ булды. Март айында бер төркөм уҡыусылар менән Өфөгә, И.Ғимаев иҫтәлегенә үткәрелгән хоккей турнирына барҙылар, - ти мәктәп директоры Раушания Салауат ҡыҙы.
- Үҙем бәләкәйҙән спорт менән шөғөлләндем, айырыуса саңғы спортын яраттым. Мин 36 йыл балалар менән эшләйем һәм бер ҡасан да ошо юлды һайлағаныма үкенмәнем. Үҙем әле лә, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барам, ҡышҡыһын саңғыла йөрөйөм, ә башҡа ваҡытта көн дә тиерлек 7-8 саҡрым ара үтәм. Март айында, районда профсоюз йүнәлеше буйынса уҙғарылған спорт ярыштарында ҡатнаштым, унда, 40 йәшлектәр менән бергә йүгереп, финишҡа 2-се булып килдем, - ти, спорттың йәшлек сығанағы булыуын тағы бер ҡат раҫлаған ир-егет.
Тынғыһыҙ уҡытыусы мәктәбенә лә өлгөрә, шәхси хужалығында күпләп мал-тыуар ҙа тота. Мөхлис Зариповҡа иҫ белгәндән алып умарталыҡ эше менән таныш. Бәләкәйҙән бал ҡорттары ҡарап үҫкән, әлеге ваҡытта үҙенең 30 баш умартаһы бар. Ярты быуатҡа яҡын бергә ғүмер кисергән тормош юлдашы Мәүлихә Имам ҡыҙы менән бер ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр. Район хәкимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Артур Мөхлис улын белмәгән кеше юҡтыр, ә ҡыҙҙары Наилә район үҙәгендәге “Елкән” физкультура-һауыҡтырыу спорт комплексында эшләй. Нәҫел дауамы булған 5 ейән-ейәнсәрҙәрен дә һау-сәләмәт йәшәү рәүеше алып барырға өндәй Зариповтар.
Ләйлә Ғүмәрова.