Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
7 Апрель 2022, 05:51

Республикала «Ауыл уҡытыусыһы» программаһында ҡатнашыусылар бер миллион һум аҡса алырға мөмкин

Башҡортостандың Мәғариф министрлығында белдереүҙәренсә, «Ауыл уҡытыусыһы» конкурсында ҡатнашыу өсөн документтар ҡабул итеү 2022 йылдың 15 апрелендә тамамлана.

Республикала «Ауыл уҡытыусыһы» программаһында ҡатнашыусылар бер миллион һум аҡса алырға мөмкинРеспубликала «Ауыл уҡытыусыһы» программаһында ҡатнашыусылар бер миллион һум аҡса алырға мөмкин
Республикала «Ауыл уҡытыусыһы» программаһында ҡатнашыусылар бер миллион һум аҡса алырға мөмкин

Конкурс һөҙөмтәләре буйынса 2022 йылда ауыл еренә, эшселәр ҡасабаһына, ҡала тибындағы ҡасабаға, 50 меңгә тиклем кеше йәшәгән ҡалаға эшкә ҡайтҡан 44 уҡытыусыға 1 миллион һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған компенсация түләнә.

Тулыраҡ мәғлүмәтте бында белергә мөмкин.

Бынан алда Башҡортостанда «Ауыл уҡытыусыһы» программаһының 2023 йылға ҡәҙәр оҙайтылыуы билдәле булды. Тәүҙә ул 2022 йылға тиклем планлаштырылғайны.

Республикала «Ауыл уҡытыусыһы» программаһы 2020 йылдан эшләй.

https://www.bashinform.ru

Республикала «Ауыл уҡытыусыһы» программаһында ҡатнашыусылар бер миллион һум аҡса алырға мөмкин
Республикала «Ауыл уҡытыусыһы» программаһында ҡатнашыусылар бер миллион һум аҡса алырға мөмкин
Автор:
Читайте нас