

Һәр ауыл үҙенең аш-һыу оҫталары менән дан тота тигәндәй, Зөлхиҙә Ишмөхәмәт ҡыҙының да ҡамыр аштары ашап туйғыһыҙ була. Уның әҙерләгән ҡыҫтыбыйын, сәксәген һәм бәлештәрен туған-тыумасаһы, дуҫ-иштәре генә түгел, ауылдағы бар кеше лә тәмләп ҡарағандыр. Хаҡлы ялға сыҡҡансы, ул оҙаҡ йылдар Салауат Юлаев колхозында ашнаҡсы булып эшләй. Ул осорҙа баҫыуҙарҙа эш гөрләп тора, яҙғы сәсеү, урып-йыйыу мәлендә, механизаторҙар күп була, шуға күрә, Зөлхиҙә Сәғҙиева аш-һыу яраштырыуҙан тыш, колхоз эшсәндәрен ҡабарып бешкән икмәктәре менән дә һыйлай.
Йорт хужабикәһенең тәмле ризыҡтарынан хәҙер инде балалары, туған-тыумасаһы, күршеләре ауыҙ итә. Иң татлы милли ризыҡтарыбыҙҙың береһе – бауырһаҡты ла йыш бешерә ул. Белеүебеҙсә, уны элек-электән туй һәм башҡа оло табындар өсөн әҙерләгәндәр. Ул яҡындарының никах, бәпес туйҙарына йәки ҡөръән аштарына ла бауырһаҡ әҙерләп алып бара. Ә шулай ҙа, үҙе әйтмешләй, айырыуса ул әҙерләгән ҡыҫтыбыйҙы маҡтап ашайҙар. Бәрәңгенекен һәр кем бешерә торғандыр, ә бына балан һәм тары ҡыҫтыбыйын бешергәндә, өйгә тәмле еҫтәр тарала.
- Ризыҡ уңһын өсөн, был эшкә яҡшы кәйеф менән тотонорға кәрәк, һәр ризыҡты әҙерләгәндә, күңел йылыңды һалып башҡарыу мөһим, шул саҡта тәмле лә, татлы ла була, - ти, аш-һыу оҫтаһы, - Мин ҡатыҡҡа самалап ҡына тоҙ, сода өҫтәп ҡамыр баҫам да (йомортҡаһыҙ), йәймәләрҙе йоҡа ғына итеп йәйәм һәм ҡоро табала бешерәм. Эслегенә килгәндә, баланды көҙҙән үк бешереп, туңдырғысҡа һалып ҡуям. Ә тары ҡыҫтыбыйы өсөн, тары ярмаһын һөттә бешереп алам, уға бер-ике ҡалаҡ бал ҡушып бутайым һәм бик ҡалын итмәй генә йәймәләргә һылайым. Артабан әҙер ҡыҫтыбыйҙы аҡ май менән майларға ғына ҡала.
Эйе, үҙең әҙерләгән ризыҡҡа бер нәмә лә етмәй торғандыр. Йомарт ҡуллы Зөлхиҙә ханым һәр ҡунаҡты яҡты йөҙ менән ҡаршы ала, тәмле ризыҡтары менән һыйлап оҙата.
Ләйлә Ғүмәрова,
автор фотоһы.