

Мәктәптең төп байлығы — уны тамамлаусылар. Уларҙы яҙмыштары ҡайҙа ғына ташламаһын, педагогтар уларҙы hәр ваҡыт хәтерләй hәм уңыштарына шатлана. Мәктәп үҙенең сығарылыш класс уҡыусылары менән хаҡлы рәүештә ғорурлана. Был стеналарҙа уларҙың һәр ҡайһыһы тураһында яҡты иҫтәлек һаҡлана. Һөнәри йүнәлеш биреү эше сиктәрендә беҙҙең мәктәптә күптән көтөлгән ваҡиға — сығарылыш класс уҡыусыһы Илнар Сәүбәнов менән осрашыу булды. Ул «Урал авиалиниялары» компанияһында пилот булып эшләй, халыҡ-ара йөк ташыу менән шөғөлләнә. Осрашыуҙа Илнар hәр ваҡыт осорға хыялланыуы тураһында һөйләне.
2016 йылда ауыл егете Ҡыңғыр-Мәнәүез мәктәбен тамамлай. Артабан Ульяновск гражданлыҡ авиацияһы институтын уңышлы тамамлағандан һуң, «Урал авиалиниялары» компанияһында пилот булып эшләй башлай. Уҡытыусылар уның мәктәп йылдарын айырым бер йылылыҡ менән иҫкә алды: Илнар hәр ваҡыт яҡшы уҡыны, үҙенә йөкмәтелгән эштәргә яуаплы ҡараны, спорт менән етди шөғөлләнде, барлыҡ мәктәп сараларында әүҙем ҡатнашты, район ярыштарында мәктәп данын яҡланы. Ул теләһә ниндәй шөғөлдәргә, мауығыуҙарға hәр ваҡыт етди мөнәсәбәте менән айырылып торҙы. 9-сы, 11-се класс уҡыусыларының имтихандар тураһындағы һорауына, ул Берҙәм дәүләт имтихандарын рус теле, математика hәм физика фәндәре буйынса тапшырҙым, тип яуап бирҙе. Ул шулай уҡ инглиз телен яҡшы белергә кәрәк, тип белдерә, сөнки hауа суднолары экипаждары hәм диспетчерҙар авиацион инглиз телендә аралаша. Осоштоң хәүефһеҙлеге күбеһенсә пилоттар hәм авиадиспетчер диалогының һөҙөмтәлелегенә бәйле.
Зөлфия ЯХИНА,
Ҡыңғыр-Мәнәүез мәктәбе уҡытыусыһы.