Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
8 Апрель 2022, 05:31

Яҙғы саҡырылыш бара

1 апрелдән бөтә ил буйынса хәрби комиссариаттарҙа яҙғы саҡырылыш кампанияһы башланды

Яҙғы саҡырылыш бараЯҙғы саҡырылыш бара
Яҙғы саҡырылыш бара

Яҙғы саҡырылыш кампанияһы 2022 йылдың 15 июленә ҡәҙәр дауам итәсәк. РФ Ҡораллы Көстәренә 134 меңдән ашыу егет саҡырыласаҡ. Башҡортостан Республикаһынан биш мең тирәһе һалдат hәм матрос  хәрби форма кейәсәк. Бишбүләк районы хәрби комиссариатында 2022 йылдың апрель-июль айҙарында 50-нән артыҡ кешене хәрби хеҙмәткә саҡырыу ҡарала. Әлеге саҡырылыш ресурсы гғәскәрҙәренең төрҙәре буйынса бүленгән. Яҡташтарыбыҙ, хәрби антты ҡабул итеп, тиҙҙән хәрби хәрәкәттәрҙә, хәрби-космик көстәрҙә, милли гвардия ғәскәрҙәрендә, төп разведка идараһы hәм ҡоро ер ғәскәрҙәренең разведка частарында хеҙмәт итәсәк. Бөгөнгө көндә хәрби хеҙмәткә саҡырылырға тейешле граждандар анализдар тапшыра, район хәрби комиссариатында Бишбүләк үҙәк район дауаханаһы табиптары hәм медицина белгестәре тарафынан тәрән медицина тикшеренеүе, анкеталар hәм тестар буйынса hөнәри hәм психологик һайлап алыу үтә. Хәрби хеҙмәткә яраҡлылыҡ, команда hәм хәрби хеҙмәткә саҡырылыу датаһын hәр граждан өсөн район саҡырылыш комиссияһы билдәләй.

Владимир СМОЛОВ.

Яҙғы саҡырылыш бара
Яҙғы саҡырылыш бара
Автор:
Читайте нас