Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
8 Апрель 2022, 06:52

Һыйыр малдарының һаны арта

Яңы Биктәш ауылында Самед Ғасанов атаһына малсылыҡта ярҙам итә

Һыйыр малдарының һаны артаҺыйыр малдарының һаны арта
Һыйыр малдарының һаны арта

Шукур Самед Оглы Ғасанов крәҫтиән (фермер) хужалығында 184 баш һыйыр малы аҫрала. Был, нигеҙҙә, ҡара-сыбар тоҡомло һөтсөлөк йүнeлешендәге һыйырҙар. Шуларҙың 130 башын һауын һыйырҙары тәшкил итә.

— Һуңғы өс айҙа һөтсөлөк-тауар фермаһында 45 быҙау тыуҙы. Улар барыһы ла иҫән-һау, имеүҙән айырылмаған, бынан тыш. Уларҙы өҫтәмә туҡландарабыҙ ҙа, — ти, һөтсөлөк-тауар фермаһында атаһын  алыштырыусы Самед Шукур улы. — Миңә 25 йәш, мин үҙемде тулыһынса ауыл хужалығы производствоһында эшләүгә бағышларға булдым. Агроном һөнәре алдым, әммә иген культуралары hәм техник культуралар менән генә, малсылыҡтан башҡа ауылда йәшәүе ауыр. Беҙҙең крәҫтиән (фермер) хужалығында дүрт йөҙ гектарҙан артыҡ еребеҙ бар. Шуларҙың 30 гектары — иген культуралары hәм 224 гектарын күп йыллыҡ үләндәр тәшкил итә. Быйылғы ҡышлатыу осоро һыйырҙар һәм быҙауҙар өсөн уҙған йылғы ҡоролоҡ һәм аҙыҡ етмәү арҡаһында көсөргәнешле булды. Әмма беҙ унан сығыу юлын таптыҡ, күрше хужалыҡтар менән килешеү төҙөнөк. Әлегә малдар һанын арттырыу өсөн беҙҙең еребеҙ әҙерәк.  

Владимир СМОЛОВ.

Автор фотоһы.

Һыйыр малдарының һаны арта
Һыйыр малдарының һаны арта
Автор:
Читайте нас