Дим буйҙары
+30 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
9 Апреля 2022, 12:01

Республикала эко-отелдәр төҙөләсәк

Башҡортостанда пляжы һәм зоопаркы булған «Ғаилә тарихтары» эко-отелдәре комплексы асыла. Дөйөм хаҡы - 96 миллион һум. Былар респбликаның Ҡариҙел районында барлыҡҡа киләсәк.

Республикала эко-отелдәр төҙөләсәкРеспубликала эко-отелдәр төҙөләсәк
Республикала эко-отелдәр төҙөләсәк

«Туристарҙы урынлаштырыу өсөн яңы урындар булдырыуға ярҙам итеү мөһим, был беҙҙең төбәктә туризмды үҫтереү йүнәлештәренең береһе. Ҡариҙел районы ҙур туристик потенциалға эйә. Бында республика ҡунаҡтарына уңайлы шарттар һәм әүҙем туризм төрҙәре менән сифатлы ял тәҡдим итергә теләгән эшҡыуарҙарға ярҙам итергә кәрәк», - тип һөйләне Башҡортостандың Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Ринат Фәтҡуллин. Экологик отелдәргә туристар ағымы 25 мең кеше тәшкил итер тип көтөлә. Биналарҙың бер өлөшөн 1 июндә асыу күҙаллана, ә пляжды һәм зоопаркты 2022 йылдың аҙағынаса асырға ниәтләйҙәр.  

Әйткәндәй, был сара Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Туризм һәм ҡунаҡ ҡабул итеү индустрияһы"” милли проектына ярашлы башҡарыла.

#ВладимирПутин#национальныепроекты

shonkar.com

Республикала эко-отелдәр төҙөләсәк
Республикала эко-отелдәр төҙөләсәк
Автор:
Читайте нас