Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
11 Апрель 2022, 06:37

Май байрамдарында һауа торошо ниндәй буласаҡ?

"Гисметео" Башҡортостанда апрель аҙағына һәм май байрамдарына ҡәҙәр һауа торошо фаразын хәбәр итә.

Май байрамдарында һауа торошо ниндәй буласаҡ?Май байрамдарында һауа торошо ниндәй буласаҡ?
Май байрамдарында һауа торошо ниндәй буласаҡ?

Метеорологтар мәғлүмәттәренә ҡарағанда, республикала алдағы аҙнала май айына ҡәҙәр сағыштырмаса йылы температура һаҡланасаҡ, әммә бик йылы көндәр булмаясаҡ. Температура уртаса +14, +15 градусҡа етә.

Май байрамдарында, 1 майҙан 5 майға ҡәҙәр, көндөҙ температура +10, +12 градустан артмаясаҡ, төндә — 0дән +4 градусҡа ҡәҙәр  булыр тип вәғәҙә ителә. Был көндәрҙә шулай уҡ ямғырҙар ҙа яуасаҡ.

6 майҙан тағын +15 градусҡа, ә 8 майҙан +19 градусҡа ҡәҙәр йылы буласаҡ, тип күҙаллана. 9 майҙа ямғыр көтөлә, температура +12.

Фото: artside.com.ua

kiziltan.ru

 

Май байрамдарында һауа торошо ниндәй буласаҡ?
Май байрамдарында һауа торошо ниндәй буласаҡ?
Автор:
Читайте нас