

- Айыт урта мәктәбенән саҡырыу алыу менән беҙ тиҙ арала йыйынып, мәктәп автобусында юлға сыҡтыҡ, - ти, йәш быуынға хәрби-патриотик тәрбиә биреүгә ҙур өлөш индергән тәжрибәле уҡытыусы Александр Иванович Михайлов. - Беҙ иң тәүҙә Дүсәндә булдыҡ. Был да программала ҡаралғайны, сөнки был ауылдан Марсель Кашапов хәрби бурысын үтәгәндә Афғанстанда һәләк булған. Үлгәндән һуң, ул Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә. Тағын бер егетебеҙ - Володя Исаев шул уҡ һуғышта башын һала., ул да батырлыҡ күрһәтеп , ошондай наградаға лайыҡ була. Беҙ Марсель Кашаповтың биографияһы менән ҡыҙыҡһындыҡ, урындағы китапханасы Зөлфиә Хәсәнова күргәҙмә ойошторғайны, ул Марсель Кашаповтың һуғышта күрһәткән батырлығы тураһында ентекләп һөйләне. Был сарала Әминә Әмир ҡыҙы ла ҡатнашты, ул туғаны тураһындағы йылы иҫтәлектәре менән уртаҡлашты. Осрашыуҙың һуңында, беҙ яугир иҫтәлегенә ҡуйылған таҡтаташҡа сәскәләр һалдыҡ, күмәкләп фотоға төштөк һәм артабан Айыт ауылына юл тоттоҡ. Артабан ике мәктәп уҡыусылары командаларға бүленеп, төрлө ярыштарҙа ҡатнашты. Махсус форма кейгән ҡыҙҙар һәм егеттәр ГТО нормативтарын тапшырыу, пневматик винтовканан атыу һәм ваҡытҡа Калашников автоматын йыйыу буйынса көс һынашты. Был әһәмиәтле сара йәш быуынды хәрби-патриотик рухта тәрбиәләү тураһында фекер алышыу менән тамамланды. Йәш армиясыларҙың көслө алҡышлауы аҫтында, Володя Исаев тураһындағы папканы Айыт мәктәбенә тапшырҙыҡ, ә улар, үҙ сиратында, Марсель Кашапов тураһындағы документтар тупланмаһын беҙгә бирҙе. Бындай осрашыуҙарҙың мөһим булыуын билдәләп, Айыт мәктәбенең йәш армиясыларын ҡунаҡҡа саҡырҙыҡ.
Владимир Смолов,
Фидаил Хәсәнов фотоһы.