Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
12 Апрель 2022, 04:57

Теплицаны нисек йыуырға?

Яҙ етеү менән һәр бер баҡсасы теплицаны таҙартыу һәм йыуыу менән мәшғүл.

Теплицаны нисек йыуырға?Теплицаны нисек йыуырға?
Теплицаны нисек йыуырға?

Башта теплицаның эсен һәм тышын йыуырға. Конструкцияның буялмаған металл элементтарын 9  %-лы аш һеркәһе менән йыуығыҙ, һуңынан 1 %-лы бордос шыйыҡсаһы менән эшкәртегеҙ. Буялған металл өлөштәрен содалы һыу менән йыуырға була. Ағас каркасты йыуыу өсөн составында хлор булған теләһә ниндәй шыйыҡса ярай. Унан һуң һүндерелгән известь менән ағартығыҙ. ПВХ торбаларҙы «Белизна» менән таҙартығыҙ (100 мл 1 л һыуға).
Теплица эсен һабынлы йәки сода ҡушылған һыу менән йыуһағыҙ ҙа була.

Дезинфекциялау: ­поликарбонат теплицаға ҡайһы берәүҙәр мочевина иретмәһе ҡуллана икән (бер биҙрә һалҡын һыуға – 50 грамм). уны стеналарға, тү­бәгә, түтәлдәргә һиптерегеҙ.
Баҡыр купоросы (бер биҙрә йылы һыуға 100 грамм) иретмәһен дә ҡулланырға ярай. Түтәлдәргә һипкәндә, 10 литр йылы һыуға 50 грамм (1 квадрат метрға – 2 литр). Әммә уны биш йылға бер генә тапҡыр ҡуллана алаһығыҙ. Пленкалы теплицаға 10 литр йылы һыуға – 75 грамм.
Дезинфекциялағанда, бигерәк тә баҡыр купоросы менән эш иткәндә, күҙлек, бирсәткә һәм респираторҙан файҙаланығыҙ.

Һуңғы ваҡытта көкөрт шашкаһы ла популярлашты. Ул магазинда һатыла. Уны яндырыуға уҡ теплицанан сығып, ишекте яҡшы итеп ябып ҡуйығыҙ. Шул килеш ул ике тәүлек торорға тейеш. Унан һуң бер-ике аҙна елләтегеҙ.

Фото:urozhajnayagryadka.ru

omet-rb.com

Теплицаны нисек йыуырға?
Теплицаны нисек йыуырға?
Автор:
Читайте нас