Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
12 Апрель 2022, 14:17

Туймазыла Данис Рыбаков менән хушлаштылар

Бөгөн Туймазы районы Серафимовка ауылында Украинала махсус бурысын үтәгәндә һәләк булған контракт хеҙмәте ефрейторы Данис Рыбаков менән бәхилләштеләр. Матәм сараһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.

Туймазыла Данис Рыбаков менән хушлаштыларТуймазыла Данис Рыбаков менән хушлаштылар
Туймазыла Данис Рыбаков менән хушлаштылар
«Хөрмәтле Зәниә Әҙһәм ҡыҙы, туғандары, яҡындары. Бөгөн беҙ Туймазы еренә йәп-йәш егетте һуңғы юлға оҙатырға йыйылдыҡ. Йөрәк һыҡрай. Ул игенсе булырға теләһә лә, хәрби һөнәрҙе һайлаған. Бөгөн беҙ яугир-геройҙы оҙатабыҙ һәм илебеҙҙе һаҡлаған Рәсәй егеттәренә баш эйәбеҙ. Зәлиә Әҙһәм ҡыҙы, һеҙ мәрхүм ирегеҙ менән бик яҡшы балалар тәрбиәләгәнһегеҙ. Һеҙҙең хаҡта хәстәрлек күрербеҙ, тип ныҡлы вәғәҙә бирәм. Район хакимиәтенән геройҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса тәҡдимдәр индереүҙе һорайым. Тыныс йоҡла, Данис, һинең хаҡта онотмаҫбыҙ, ауыр тупрағың еңел булһын», — тине Радий Хәбиров.

Республика Башлығы Данис Рыбаковтың әсәһенә генерал Шайморатов орденын тапшырҙы. Герой махсус хәрби операцияны башҡарғанда батырлығы һәм фиҙаҡәрлеге өсөн үлгәндән һуң бүләкләнгән.

Данистың хеҙмәттәше Игорь Киреев уның менән бергә хеҙмәт иткән бөтә егеттәр өсөн бының оло юғалтыу булыуын әйтте. «Данис аҙаҡҡаса үҙ бурысына һәм Ватанына тоғро ҡалды, ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡ күрһәтте, беҙ уны бер ҡасан да онотмаҫбыҙ. Мәңге хәтерҙә», – тине хәрби часть вәкиле.

Башҡортостандың хәрби комиссары Михаил Блажевич Данис кеүек егеттәрҙең Ватанды һаҡлауын һәм ҡаһарманлыҡ өлгөһө булып хеҙмәт итеүен билдәләне.

«Бөгөн беҙ Туймазы районының иң яҡшы улдарының береһе менән хушлашабыҙ, ул Украинала нацистарға ҡаршы көрәштә батырҙарса һәләк булды. Данистың әсәһенең, туғандарының һәм дуҫтарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Беҙ һәр саҡ уның ғаиләһе янында булырбыҙ һәм уларға ярҙам итербеҙ», – тине Туймазы районы хакимиәте башлығы Айҙар Суфиянов.

https://www.bashinform.ru

Туймазыла Данис Рыбаков менән хушлаштылар
Туймазыла Данис Рыбаков менән хушлаштылар
Автор:
Читайте нас