

Көндәрҙең йылынып китеүе баҫыу эштәрен тиҙләтте. Республиканың Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, уның ошо аҙнала киң ҡолас алыуы күҙаллана.
Республиканың көньяғындағы ҡайһы бер хужалыҡтар күп йыллыҡ үләндәрҙе туҡландырыуға төшкән дә инде, ә Әбйәлилдә дым ҡаплатыу эшен башлағандар.
Белгестәр белдереүенсә, күпселек биләмәләрҙә тупраҡтағы дым кәрәккәнгә ҡарағанда аҙыраҡ, шуға ла дым һаҡлау эштәрен мөмкин тиклем иртәрәк башҡарыу үтә лә мөһим.
Сәсеү кампанияһын уңышлы атҡарып сығыуға булышлыҡ йәһәтенән федераль бюджеттан Башҡортостанға льготалы кредиттар өсөн 760 миллион һум аҡса килгән.