Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
13 Апрель 2022, 06:11

«Автонормаль» заводы хезмәткәрҙәренә ил башлығы исеменән бүләктәр тапшырылды

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 12 апрелдә Бәләбәйҙең «БелЗАН» машина төҙөү предприятиеһында булды. Республика етәксеһе етештереүҙең яңы технологиялары менән танышты һәм завод хеҙмәткәрҙәренә Рәсәй Федерацияһы дәүләт бүләктәрен тапшырҙы.

«Автонормаль» заводы хезмәткәрҙәренә ил башлығы исеменән бүләктәр тапшырылды«Автонормаль» заводы хезмәткәрҙәренә ил башлығы исеменән бүләктәр тапшырылды
«Автонормаль» заводы хезмәткәрҙәренә ил башлығы исеменән бүләктәр тапшырылды

2021 йылда «БелЗАН» 50 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Заводтың генераль директоры Тимур Ғәлиәхмәтов республика Башлығына 2021 йыл һөҙөмтәләре  буйынса коллектив 5,2 миллиард һумлыҡ продукция етештереүе тураһында һөйләне. 2020 йыл менән сағыштырғанда, һатыу күләме 24 процентҡа артҡан. Бынан тыш, уҙған йыл предприятие «Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм эш менән тәьмин итеүгә ярҙам» дөйөм дәүләт проектында эш һөҙөмтәлелеген арттырыу һәм сығымдарҙы оптималләштереү маҡсатында ҡатнашҡан. «БелЗАН» коронавирус пандемияһы осоронда шулай уҡ төбәктең сәламәтлек һаҡлау тармағына ярҙам итте, республиканың йоғошло ауырыуҙар госпиталдәре өсөн кислород етештереүҙе ойошторҙо.
Радий Хәбиров беркеткес яһау, уны сортировкалау һәм һаҡлағыс ҡатлам төшөрөү буйынса заманса етештереү цехтарын ҡараны, шулай уҡ етештерелеүсе продукция ассортименты менән танышты. Тимур Ғәлиәхмәтов әйтеүенсә, «Автонормаль» заводында Рәсәйҙә беренсе тапҡыр коррозияға ҡаршы инновацион составтар – цинк-ламель һәм цинк-никель ҡатламдарын сәнәғәткә төшөрөү индерелде. Улар төрлө климат шарттарында автомобилдәрҙе эксплуатациялағанда әйберҙәрҙең хеҙмәт итеү ваҡытын оҙайта.
Рәсәй баҙарында завод позицияларын нығытыу өсөн предприятие етештереүҙе модернизацияләау буйынса инвестицион программа эшләгән. Инвестицияларҙың дөйөм күләме - 1,2 миллиард һум. Акционерлар менән килешкәндән һуң, «Автонормаль» заводы етәкселеге программаны Башҡортостандың Инвестицион комитетына тәҡдим итергә планлаштыра.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «БелЗАН» коллективын предприятиеның 50 йыллыҡ юбилейы менән ҡотланы, уңыштар теләне һәм Рәсәйҙең дәүләт бүләктәрен тапшырҙы.
Башҡортостан Башлығы етештереүҙе модернизациялау Рәсәй һәм БДБ илдәре машина төҙөлөшөндә актив импортты алыштырыу осоронда айырыуса мөһим, тип өҫтәне. Яҡын арала Белорусияның «МАЗ» заводында «БелЗАН» продукцияһын килтереү перспективалары тураһында фекер алышасаҡтар.
Бүләкләү тантанаһы аҙағында Радий Хәбиров Бәләбәйҙең социаль инфраструктураһы үҫешенең яҡшы динамикаһын билдәләп үтте һәм ҡаланың сәскә атыуын теләне.

Фото: glavarb.ru

https://kiziltan.ru

«Автонормаль» заводы хезмәткәрҙәренә ил башлығы исеменән бүләктәр тапшырылды
«Автонормаль» заводы хезмәткәрҙәренә ил башлығы исеменән бүләктәр тапшырылды
Автор:
Читайте нас