Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
13 Апрель 2022, 08:08

Ябығам тиһәң...

Диетологтар билдәлә­үенсә, Рәсәй һимереү буйынса Ҡушма Штаттарҙан ары китмәгән – 3-сө урынды биләй. Кешегә ни эшләргә һуң? Йәй еткәс ябығырмын, тип ҡул һелтәргәме? Табиптар ике-өс килограмға ауыра­йыуҙы нормаль күренеш тип иҫәп­ләй. Ә бына инде килбәтһеҙ һимереп китһәң, артыҡ килограм­дарға ҡаршы көрәшеүҙе талап итәләр.

Ябығам тиһәң...Ябығам тиһәң...
Ябығам тиһәң...
Эште ниҙән башларға? Бөтә бәлә – дөрөҫ туҡланмауҙа. Төрлө матур ҡаптарҙың (сохарый, чипсы, тиҙ бешерә торған аштар) эсендә нимә икәнен белмәй тороп, улар менән мауығабыҙ. Бигерәк тә балалар илап һорағас, ҡулдарына тотторабыҙ.
Зарарлы тыйыу тураһында күп һөйләһәләр ҙә, алға китеш бер ҙә юҡ – магазин кәштәләрендә тотош холестериндан торған ризыҡ тулып ята. Күп осраҡта беҙ еңел генә әҙерләнгән ашамлыҡтарға өҫтөнлөк бирәбеҙ.
 
Бөтә донъя диетолог-ғалим­дары, оҙаҡ тикшеренеүҙәрҙән һуң, кеше организмы өсөн иң зарарлы биш аҙыҡты билдәләгән. Беренсе­нән, шәрбәтле газлы эсемлектәр. Улар һыуһынды ҡандырмай, киреһенсә, бер тәмләгәс, тағы эске килеп тора.
Уларҙа шәкәр бик күп була. Газлы эсемлектән баш тартып, лимонлы сәй эсеп алыу бик файҙалы.
Чипсы, сохарый. Ысынында улар – тәмләткестәр өҫтәлгән углевод менән май ҡатнашмаһы.
Татлы шоколад. Шәкәр һәм химик өҫтәмәләр арҡаһында уларҙы ашаған һайын ашағы килә. Шәрбәткә тартһа, бал ашағыҙ, гөлйемеш ҡайнатмаһы эсегеҙ, тип кәңәш итә табиптар.
Колбаса, сосиска, сарделька. Уларҙың 40 проценты тиерлек ит төҫөнә буялған сало, эс майы, сусҡа тиреһенән тора.
Һимеҙ ит, бигерәк тә ҡыҙҙы­рылғаны, шулай уҡ зарарлы
Һатыуҙағы витаминдарға ла һаҡ ҡарарға кәрәк. БАД-тарҙың организмда бөтөн биохимик процес­тарҙы боҙоуы бар. Ул айырым кешенең үҙенсәлеген тикшереп кенә бирелергә тейеш. Иң яҡшыһы – витаминдар организмға ғәҙәти аҙыҡ менән керергә тейеш.
Артыҡ ауырлыҡтан ҡотолоу өсөн тәҡдим ителгән медикаменттарҙан да һаҡ булырға кәрәк. Һуңғы ваҡытта бигерәк тә Интернеттан әйбер һатып алыу модаға инде. Ҡатын-ҡыҙҙар, ябығам тип, төрлө коктейлдәр, ҡәһүә, сәйҙәр алырға әүәҫләнеп китте. Әйткәндәй, ғалимдар күберәк аҡыл эше менән шөғөлләнгәндәр һимереүгә дусар тигән фекерҙә. Компьютерҙа ултырғанда баш мейеһенә күп глюкоза талап ителә. Кеше эштән һуң ныҡ асыға һәм күп ашап ташлай. Нәфсене тыймау, аҙ хәрәкәтләнеү, оҙаҡ йоҡлау – былар барыһы ла һимереүгә килтергән төп сәбәптәр.
Күберәк саф һауала булырға кәрәк. Иртәнсәк яҡшы кәйеф менән уянығыҙ, күберәк хәрәкәтләнегеҙ, тренажер залында шөғөлләнергә, йәй велосипедта, ҡыш саңғыла, конькиҙа йөрөргә мөмкин. Саф һауалағы ябай ғына спорт төрө менән булышыу ҙа ябығыу өсөн файҙалы. Һалҡын һауа, хәрәкәт кәйефте яҡшырта. Өйөгөҙҙәге тәҙрә ҡорғандарын һәр саҡ асып ҡуйығыҙ. Яҡтылыҡ беҙгә А, Д һәм Е витаминдары бирә.
Күберәк ярма һәм ҡуҙаҡлы аҙыҡтар ашағыҙ. Иң мөһиме – туҡланыуҙы дөрөҫ ойоштороғоҙ. Әйтәйек, иртәнсәк йылы аш, төш йәнә аш, салат, ит йәки балыҡҡа өҫтөнлөк бирегеҙ. Ашҡаҙан тулы булһа ла, туйыу тураһындағы сигнал мейегә ашағандан һуң 20 минут үткәс кенә барып етә.
Шуны иҫтә тотайыҡ: һаулыҡ – ҙур байлыҡ. Уны беҙҙән башҡа бер кем дә ҡайғыртмаясаҡ.
 
Ябығам тиһәң...
Ябығам тиһәң...
Автор:
Читайте нас