+30 °С
Болотло


Мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, Виктор Козлов «Салауат Юлаев»тың баш тренеры итеп билдәләнде. Николай Цулыгин ассистент ролендә ҡаласаҡ.
Һуңғы ике сезонда өфөләрҙе фин спортсыһы Томи Лямся етәкләне.
Козлов «Салауат»тың тренерҙар штабына 2020 йылдан бирле эшләй. Элегерәк ул, 2015-2020 йылдарҙа «Металлург» та тренер булып эшләгән, ә 2017/2018 йылдар дауамында, Илья Воробьев эштән киткәндән һуң, клубтың баш тренеры булған. 2016 йылда ул «Металлург» менән бергә Гагарин кубогына эйә булды.
Шулай уҡ Козлов был трофейҙы 2011 йылда «Салауат " өсөн сығыш яһап, уйынсы сифатында отто.
Башинформ.