Өҫтәлегеҙҙә үҙегеҙ үҫтергән йәшел салат, һуған, шпинат, редис кеүек йәшелсәләр иртәрәк булһын, тиһәгеҙ, уларҙы теплицаға ултыртыу тураһында алдан уҡ ҡайғыртырға кәрәк.
Апрелдә, ҡояш йылыта башлау менән, һалҡынға сыҙам йәшелсәләрҙе ултыртырға мөмкин. Түтәлгә орлоҡтарҙы сәскәндә шуны иҫтә тотоғоҙ: беренсе уңышты йыйып алғас, уның урынына помидор, ҡыяр, татлы борос үҫентеләре сығарып ултыртырлыҡ булһын. Мәҫәлән, беренсе түтәлгә — шпинат, уртаға — һуған, уның янына редис ултыртырға була. Эргәләге түтәлгә — үҫенте алыу өсөн кәбеҫтә, уртала — салат, янына — брокколи, өсөнсө түтәлгә әнис, пекин кәбеҫтәсе, петрушка һәм башҡа йәшел тәмләткестәр сәсергә мөмкин.
Мәҫәлән, күпселек баҡсасылар базилик, майоран, розмарин, кервель, мелисса кеүек йәшел тәмләткестәрҙе яратып үҫтерә. Орлоҡтары сәсеп, һыу һипкәс тә түтәлдәр өҫтөнә лутрасил ҡаплағыҙ. Түтәл кибеп китмәһен өсөн әленән-әле лутрасилды асып, йылы һыу һибергә онотмағыҙ. Бигерәк тә редис кипкән ерҙә уңыш бирмәй.
Май башында редис, һуған, йәшел тәмләткестәрҙе йолҡоп алып, улар урынына өйҙә үҫтергән помидор, татлы борос үҫентеләрен сығарыу бик уңайлы. Ғәҙәттә, иртә яҙҙағы эштәр поликарбонат менән ябылған теплицаларҙа ғына башҡарыла. Пленка менән ябылған теплицаларға йәшелсә һуңыраҡ ултыртыла.
Фото: homeli.ru