Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
14 Апрель 2022, 04:50

Юлдарҙағы камераларҙы ҡулланыуҙы сикләү буйынса яңы закон проекты ҡарала

Дәүләт Думаһының Транспорт комитеты юлдарҙа юл ҡағиҙәләрен боҙоусыларҙы теркәй торған камераларҙы ҡулланыуҙы сикләй торған закон проектын әҙерләй.  

Юлдарҙағы камераларҙы ҡулланыуҙы сикләү буйынса яңы закон проекты ҡаралаЮлдарҙағы камераларҙы ҡулланыуҙы сикләү буйынса яңы закон проекты ҡарала
Юлдарҙағы камераларҙы ҡулланыуҙы сикләү буйынса яңы закон проекты ҡарала

Проектта бындай камераларҙы урынлаштырыу урындары һәм уларҙы ҡулланыу осраҡтары билдәләнгән. 

Бындай объекттарҙы урынлаштырыу урындары хәрәкәт именлеге аудиты барышында билдәләнәсәк. Камераларҙы юл һәләкәте ҡурҡынысы булған участоктарҙа, юл саттарында, ремонт эштәре алып барыла торған урындарҙа, машина туҡтай торған зоналарҙа, йәйәүлеләр үтә торған ерҙә урынлаштырасаҡтар.

Документ күсмә камераларҙан файҙаланыу ҡағиҙәләрен дә билдәләй. Уларҙы ҡәтғи сикләнгән ваҡытҡа һәм билдәле бер нөктәгә генә ҡуйырға мөмкин буласаҡ.

Дәүләт Думаһында закон киләһе йылдың 1-се мартында үҙ көсөнә инер тип планлаштырыла. Унан һуң белгестәр барлыҡ камераларҙың яңы ҡағиҙәләргә тура килеүен тикшерәсәк. Ҡорамалдар билдәләнгән ҡағиҙәләргә тура килмәй икән, ундай камераларҙы һүндерәсәктәр.

baltachtan.ru

 

Юлдарҙағы камераларҙы ҡулланыуҙы сикләү буйынса яңы закон проекты ҡарала
Юлдарҙағы камераларҙы ҡулланыуҙы сикләү буйынса яңы закон проекты ҡарала
Автор:
Читайте нас