

Йәш быуынға уҡыуҙан буш ваҡытта нимә менән шөғөлләнергә — hәр осор өсөн иң актуаль һорау. Ата-әсәләр эштән ҡайтҡансы, улыңды йәки ҡыҙыңды үҙаллылыҡҡа, файҙалы күнекмәләргә hәм үҙ-үҙеңде нисек культуралы тоторға өйрәтергә? Айырыуса, әгәр уҡыуҙар онлайн формала үткәрелһә. Хәрәкәттең йә инспекторҙары (ЮИД), Бишбүләк ауылының 1-се hәм 2-се мәктәптәре уҡыусылары Рәсәй Эске эштәр министрлығының Бишбүләк районы буйынса бүлеге бинаһында үткәрелгән сараларҙа ҡатнашты. 10 класс уҡыусылары эске эштәр органдарында, айырым алғанда, ЮХХДИ бүлексәләрендә хеҙмәттең нисек уҙыуы менән танышты. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Бишбүләк районы буйынса бүлегенең шәхси составы менән эшләү төркөмө белгесе Д.И. Ғилметдинов уҡыусыларға нисек РФ Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре был һөнәргә нисек эйә булырға иәкнлеге, махсус ведомство уҡыу йорттарына инеү мөмкинлектәре тураһында эҙмә-эҙлекле итеп һөйләне, эске эштәр хеҙмәткәрҙәренең ҡоралланыу өлгөләрен, характеристикаларын hәм экипировкаларын күрһәтте. Полиция хеҙмәткәрҙәренең нимә менән мәшғүл булыуы, хеҙмәт ваҡытында ниндәй хәлдәр булырға мөмкинлеге хаҡында бәйән итте. Мәктәп уҡыусыларын ҡыҙыҡһындырған бик күп һорауҙарға яуап бирҙе. Уҡыусыларҙың береһе бронежилет менән каска кейеп ҡараны. Экскурсия һуңында, акцияла ҡатнашыусылар бина алдында иҫтәлеккә фотоға төштө. Был сарала эске хеҙмәт майоры А.А. Петрова, эске хеҙмәт өлкән лейтенанты Д.И. Ғилметдинов, полиция өлкән лейтенанты Л.К. Динисламова, мәшғүллек үҙәге белгесе О.А. Миниғәлина, район мәғариф бүлегенең баш белгесе Ю.С. Низамов hәм район үҙәге урта мәктәптәре хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Ваҡыт тапҡандары өсөн, өлкән класс уҡыусылары өсөн ғибрәтле, һөҙөмтәле осрашыу үткәргәндәре өсөн полиция бүлексәһе начальнигы полиция подполковнигы А.Ф. Хажиевҡа айырым рәхмәт. Сарала ҡатнашыусылар билдәләп үтеүенсә, бындай хәүефһеҙлек дәрестәренән һуң балаларҙың белеме ғүмер буйы һаҡлана.
Иғтибар: балалар, өлкәндәр! Һеҙ шулай уҡ үҙ именлегегеҙ тураһында ҡайғыртырға тейешһегеҙ. Юлдарҙа иғтибарлы булығыҙ, юл аша сыҡҡанда, мобиль телефон буйынса, дуҫтар менән һөйләшеп, иғтибарығыҙҙы ситкә йүнәлтмәгеҙ, йәйүлеләр үткәүеле аша юлға сыҡҡанда, автомобиль йөрөтөүсе һеҙҙе күреп, хәрәкәтен әкренәйтә алыуына ышанығыҙ. Әгәр ҙә, һеҙ ата-әсәйегеҙ менән машинала бергә бараһығыҙ икән, уларҙан хәүефһеҙлек ҡайышын эләктереүҙе һорағыҙ. Был ҡағиҙәләр барыһы ла бик ябай, әммә улар һеҙгә ғүмерегеҙҙе hәм сәләмәтлегегеҙҙе һаҡларға ярҙам итәсәк.
Юрий Низамов, район мәғариф бүлегенең баш белгесе.
Динар Ғилметдинов, Рәсәй Эске эштәр м и н и с т р л ы ғ ы н ы ң Бишбүләк районы буйынса бүлегенең шәхси составы менән эшләү төркөмө белгесе.