

Әлеге эсемлек төрлө шешенеүҙәрҙе, шул иҫәптән, йөрәк-ҡан тамырҙарына бәйле булғандарын да бөтөрөргә ярҙам итә. Ангина, һалҡын тейәгәндә, үпкә юлдары ялҡынһынғанда ҡайын һыуы эсеү файҙалы, ул шулай уҡ холестеринды ла кәметергә лә булышлыҡ итә.
Матурлыҡ өсөн дә файҙаһы бар. Бит тиреһе майлы булһа, ҡайын һуты менән йыуалар, яҙғыһын биткә сыҡҡан пигмент таптарын, һипкелдәрҙе бөтөрә.
Тик һут йыйғанда ағас менән һаҡ тотонорға кәрәк. Һутты бәләкәй, йәш ағастарҙан йыйырға ярамай, сөнки улар ҡорой. Ҙур булып үҫкән көслө ағастарҙың ғына һыуын алырға була. Тик унда ла ағастың ҡабығында бәләкәй генә тишек быраулап. Һыуын йыйып алғас, тишелгән урынды мүк йәки пластилин менән ҡапларға кәрәк, шунһыҙ ағас ҡороясаҡ. Ағас сөй ҡағып ҡуйһаң да була, балсыҡ, балауыҙ ҙа ярай. Ҡайын төбөндә үҫкән мүкте тығыҙлап тултырыу ҙа һыу ағыуын туҡтата.
Ҡайын һуты тиҙ генә әсеп бара. Һыуытҡыста тотҡанда ла ул бары ике көн һаҡлана. Оҙайлы һаҡлау өсөн консерваларға мөмкин. Ҡайын һутын һөҙәләр, 80 градусҡа тиклем йылыталар. Таҙа, стерилләнгән банкаларға ҡоялар, ҡапҡасын яҡшылап ябалар ҙа, 70-80 градус эҫелектәге һыуҙа 20 минут самаһы тоталар.
Файҙалы матдәләрен юғалтмаҫ өсөн ҡайын һыуын туңдырырға ла мөмкин.