+30 °С
Болотло


Был ысынлап та шулай, тип аңлатҡандар орнитологтар ҡоштарҙың был ҡыланышын. Баҡһаң, көндөр йылыныу менән, ағастарҙа былтырҙан ҡойолмай ҡалған емештәр әсей башлаған. Ҡоштар шуларҙы ашап иҫерәләр ҙә икән, стеналарға бәреләләр, ағаста ултырғанда ғына түгел, осоп барған ерҙән дә ҡолап төшәләр имеш. Эксперттар юлда ятҡан ҡош “мәйеттәрен” типкеләмәҫкә, урналарға ташламаҫҡа, ә юлдан ситкәрәк шылдырып һалырға кәңәш итә. Айығып уянһалар, “бахмурҙан” булһалар ҙа, үҙҙәре осоп китәләр, икән.