Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
18 Апрель 2022, 05:31

Һауа торошо

Киләһе өс көндә Башҡортостанда ямғырлы, ләкин яҙғыса йылы һауа торошо көтөлә, тип хәбәр итә республика синоптиктары.

Һауа торошоҺауа торошо
Һауа торошо

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, 18 апрелдә көндөң аяҙлы-болотло булыуы, бер аҙ ямғыр яуыуы фаразлана. Көньяҡ-көнсығыш райондарҙа яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көньяҡ-көнбайыштан, секундына 3-8 метр.

Һауа температураһы көндөҙ +13, +18 градус, төньяҡта 8 градусҡаса йылы.

19 апрелдә урыны менән бер аҙ ямғыр яуа. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан талғын.

Һауа температураһы төндә +3, +8 градус була, республиканың төньяғында 2 градусҡаса һалҡын. Көндөҙ +7,+12 градус, көньяҡта +15, +20 градус.

20 апрелдә төндә урыны менән бер аҙ ямғыр яуа, көндөҙ урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен. Ел көнсығыштан, төньяҡ-көнсығыштан талғын, йәшен ваҡытында елдең көсәйеүе мөмкин.

Һауа температураһы төндә +2, +7 градус. Көндөҙ республиканың төньяғында +9, +14, көньяғында иһә +16, +21 градус.

https://www.bashinform.ru

Һауа торошо
Һауа торошо
Автор:
Читайте нас