

Рәсәй Эске эштәр органдары hәм эске ғәскәрҙәр ветерандары үҙҙәренең байрамдарын 2011 йылдан алып билдәлeп yтә. Ул РФ эске эштәр министры бойороғо менән РФ Эске эштәр министрлығы тормошонда ветерандар хәрәкәтенең әһәмиәтен һәм ҡаҙаныштарын таныу билдәһе булараҡ булдырылған. Байрам датаһын Рәсәй эске эштәр органдары hәм эске ғәскәрҙәр Ветерандары советы — эске эштәр hәм эске хеҙмәт ветерандары ижтимағи ойошмаһы ойошторолоуҙың 20-йыллығына бағышлағандар. Был ваҡиға 1991 йылдың 17 апрелендә була. Бөгөнгө көндә Рәсәйҙә иң эре ветеран ойошмаларының береһе, илдең барлыҡ төбәктәрендә бүлектәре бар, Эске эштәр министрлығының әлеге бүлексәләре төрлө йылдарҙа хеҙмәт иткән 650 меңгә яҡын ветеранды берләштерә. Ветеран ойошмаларында Эске эштәр министрлығы пенсионерҙары ғына түгел, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар ҙа, Афғанстан hәм Төньяҡ Кавказда һуғыш хәрәкeттәре ветерандары ла, Чернобыль АЭС-ындағы авария эҙемтәләрен бөтөрөүселәр ҙә h.б. бар.
— Алтмыш йыллыҡ ғүмеремә әйләнеп ҡарап, кем булып hәм ҡайҙа ғына эшләһәм дә, үҙем һайлаған hөнәрем өсөн үкенмәнем, сөнки бала саҡтан уҡ ата-әсәйем үҙ бурысымды намыҫ менән башҡарырға өйрәтте, — ти, Фәнүз Ғаяз улы. — Ата-әсәйем Ғаяз Хәлиулла улы менән Мөнирә Ғәбетдин ҡыҙы ябай колхозсылар hәм бик күп ҡайғы hәм нужа кисергән һуғыш осоро балалары ине, шуға күрә мине hәм ике туғанымды артыҡ иркәләмәнеләр. Атайым алдынғы малсы ине, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бик иртә вафат булды, ә 83 йәшлек әсәйем Айыт ауылында һеңлем ғаиләһендә йәшәй. Барлыҡ ауыл малайҙары кеүек үк, мин дә йәйге каникулдар ваҡытында йыл һайын тыуған «Дим» колхозында төрлө йәмәғәт эштәрендә эшләнем. Ә төп хеҙмәт урыным рәсми рәүештә урта мәктәпте тамамлағас, 1979 йылда комбайнсы ярҙамсыһы булараҡ башланым. Ике йылдан һуң мине Совет Армияһы сафтарына алдылар. Башта сержант мәктәбе курсанты булдым, унан һуң инде өлкән сержант званиеһында Монголияла Чоир поселогында хеҙмәт иттем. Армиянан һуң тыуған ауылыма ҡайтып, «Дим» колхозында трактор артына ултырҙым. Совет осоронда ауылда механизатор булып эшләү бик маҡтаулы ине. 1983 йылдың июлендә ауылдашым Зинфира менән өйләнештек. Шунан ҡыҙыбыҙ Филүзә тыуҙы, ә тағы бер йылдан икенсе ҡыҙыбыҙ Фирүзә лә дoнъяға килде.
Тик бында йәш hәм көслө Айыт егетенең яҙмышына комсомол райкомы йоғонто яһай. Шулай итеп, 1984 йылдың июнендә 23 йәшлек Фәнүз Шәрәфуллин Бишбүләк районы Башҡарма комитетының эске эштәр бүлеге милиционеры булып китә. Бер йылдан ул Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетына ситтән тороп уҡырға инә hәм уны 1991 йылда тамамлай.
—Тәүҙә сержант званиеһында Бәләбәй ҡалаһы Башҡарма комитеты эске эштәр бүлеге ҡаршыһындағы Бишбүләк ауылының дәүләт банкын һаҡлау бүлеге милиционеры, унан һуң ваҡытлыса тотоу изоляторы милиционеры, тикшереүсе, артабан милиция капитаны званиеһында Бишбүләк районы эске эштәр бyлегенең штаб начальнигы булып эшләнем, — тип һанап үтә Фәнүз Ғаяз улы. — Милиция майоры званиеһында ваҡытлыса эске эштәр бүлеге начальнигы урынбаҫары — район эске эштәр криминаль милицияһы хеҙмәте башлығы вазифаһын башҡарҙым. Ә унан һуң БР буйынса Эске эштәр министрлығы етәкселеге Бишбүләк районы буйынса Эске эштәр бүлеге начальнигы вазифаһын ышанып тапшырҙы. Егерме алты йыл буйы милиция формаһы кейеп йөрөнөм.
Владимир Смолов.
Мәҡәләнең дауамын “Яҡты юлдан” гәзитендә уҡый алаһығыҙ.