

Студентка курс эшен яҙыу менән мәшәҡәтләнмәҫкә булған һәм бының өсөн заказ биреп, алдан аҡса түләгән.
Интернетта 31 йәшлек ҡыҙ студенттар хеҙмәте буйынса белдереү тапҡан һәм унда күрһәтелгән мәғлүмәттәр буйынса мөрәжәғәт иткән. Ул бындай хеҙмәт күрһәтеүсе менән килешеү төҙөгән һәм 18 мең һум аҡсаһын уның иҫәбенә күсергән. Тик һуңынан ул ғәжәпкә ҡалған, сөнки билдәле ваҡыт үтеүгә курс эшен башҡарыу тураһында уның менән бер кем дә бәйләнешкә сыҡмаған. Шулай уҡ аҡсаны ла ҡабат ҡайтармағандар.
Ҡала ҡыҙы проектты тапшырғанмы-билдәһеҙ. Бәлки, уға уны үҙенә эшләргә, йә башҡа урында заказ биреп, яҙҙырып алырға тура килгәндер...