Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
18 Апрель 2022, 10:16

Сүп-сар сығарыу тәртибен боҙғандарға штраф һалына

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың киләһе пленар ултырышында депутаттар «Башҡортостан Республикаһының айырым закон акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында» закон ҡабул итергә йыйына.

Сүп-сар сығарыу тәртибен боҙғандарға штраф һалынаСүп-сар сығарыу тәртибен боҙғандарға штраф һалына
Сүп-сар сығарыу тәртибен боҙғандарға штраф һалына

Закон проекты «ТКО-Башҡортостан» дәүләт мәғлүмәт системаһында мәғлүмәт урынлаштырғанда хоҡуҡ боҙған өсөн административ яуаплылыҡ билдәләй. Атап әйткәндә, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса урындағы үҙидара органдарына һәм төбәк операторҙарына штраф индерергә тәҡдим ителә (әгәр улар системаға талап ителгән мәғлүмәттәрҙе тапшырмаһа йәки мәғлүмәттәе тулы йә иһә дөрөҫ булмаһа). Вазифалы кешеләрҙе –  3-5 мең һум, юридик берәмектәрҙе 15-30 мең һумға штраф көтә. Бындай сара башҡарыу дисциплинаһын һәм ҡалдыҡтар менән эш итеү системаһының һөҙөмтәлелеген арттырырға тейеш.

https://www.bashinform.ru

Сүп-сар сығарыу тәртибен боҙғандарға штраф һалына
Сүп-сар сығарыу тәртибен боҙғандарға штраф һалына
Автор:
Читайте нас