Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
19 Апрель 2022, 05:33

Башҡортостанда «АпиМир» халыҡ-ара умартасылар форумы үтәсәк

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәрҙә пост урынлаштырған.

Башҡортостанда «АпиМир» халыҡ-ара умартасылар форумы үтәсәкБашҡортостанда «АпиМир» халыҡ-ара умартасылар форумы үтәсәк
Башҡортостанда «АпиМир» халыҡ-ара умартасылар форумы үтәсәк
“Умартасылыҡ ассоциациялары өсөн яҡшы хәбәрҙәр. Беҙ үҙебеҙҙең «АпиМир» халыҡ-ара форумына әҙерләнә башлайбыҙ. Был яңылыҡты күптәр көттө, мин беләм. Рәсәй Федерацияһы Ауыл хужалығы министрлығы менән бер нисә һөйләшеү уҙғарҙыҡ, һәм ул беҙҙең бындай масштаблы сара үткәреүҙе хупланы. Рәсәй Федерацияһы Ауыл хужалығы министрлығы беҙҙең проекттар һәм башланғыстар буйынса ҙур ярҙам күрһәтә, шуның өсөн уға рәхмәтлебеҙ.
"АпиМир" Өфө ҡалаһында 8-10 сентябрҙә уҙасаҡ. Майҙансыҡта ғалимдар һәм тикшеренеүселәрҙең халыҡ-ара конгресын уҙғарабыҙ. Форум илдә умартасылыҡ буйынса төп дискуссия, фәнни һәм күргәҙмә базаһы буласаҡ.
«АпиМир» Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәренән һәм беҙгә дуҫтарса мөнәсәбәттә булған илдәрҙән бал етештереүселәрҙе, технологтарҙы, ғалимдарҙы, эшкәртеүселәрҙе йыясаҡ. Сара Башҡортостандың бал сәнәғәтен, уның экспорт йүнәлешен үҫтереүгә һәм тәжрибә уртаҡлашыуға ярҙам итәсәк.
Был сараға әҙерлек сиктәрендә республикала бал һәм умарта продукттарының сифатын баһалау буйынса лаборатория эшләтеп ебәрергә планлаштырабыҙ.
Бынан тыш, Башҡорт дәүләт аграр университеты базаһында федераль хезмәттәштәр менән бергәләп эшләү һөҙөмтәһендә хәҙер умартасылыҡ һәм инновацион технологиялар компетенцияһын үҫтереү буйынса Бөтә Рәсәй үҙәге төҙөлә. Беҙ әлеге тармаҡты үҫтереүгә Алтай һәм Алыҫ Көнсығыш кеүек башҡа төбәктәрҙе лә индерә алабыҙ”, - тип яҙа Андрей Назаров “В контакте” ла.
Фото: vk.com/wall555400080_388
https://kiziltan.ru

 

Башҡортостанда «АпиМир» халыҡ-ара умартасылар форумы үтәсәк
Башҡортостанда «АпиМир» халыҡ-ара умартасылар форумы үтәсәк
Автор:
Читайте нас