Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
19 Апрель 2022, 10:23

Өфөлә 4 меңдән ашыу бейек ағас һәм 1,5 миллион сәскә ултыртыла

23 апрелдә «Йәшел Башҡортостан» республика акцияһы башлана, был эко-акция 10 майға тиклем дауам итә.

Өфөлә 4 меңдән ашыу бейек ағас һәм 1,5 миллион сәскә ултыртылаӨфөлә 4 меңдән ашыу бейек ағас һәм 1,5 миллион сәскә ултыртыла
Өфөлә 4 меңдән ашыу бейек ағас һәм 1,5 миллион сәскә ултыртыла

Муниципалитет кәңәшмәһендә хәбәр итеүҙәренсә, быйыл яҙ Өфө биләмәһендә 4 меңдән ашыу бейек ағас ултыртыу күҙаллана.

Баш ҡала райондары хакимиәттәре 18 тематик аллеяла яҡынса 800 декоратив ағас һәм 500 ҡыуаҡ ултыртыу эшен башҡарырға йыйына. Үҫентеләр һатып алынған, ҡара тупраҡ килтереү, соҡор ҡаҙыу  эштәре алып барыла.

Бынан тыш, «Ҡаланы йәшелләндереү хужалығы» предприятиеһы хеҙмәтләндергән парктарҙа һәм скверҙарҙа быйыл яҙ 630 төп ағас ултыртыла.

Өфөнө 3600 гортензия ҡыуағы, 1,5 миллиондан ашыу бер йыллыҡ сәскәләр менән биҙәү күҙаллана.

«21 апрелдән Өфөнөң «Ҡаланы йәшелләндереү хужалығы» район хакимиәттәренә үҙенең урман питомнигынан ағас үҫентеләрен тарата башлай. Коммуналь хеҙмәттәргә 2,6 меңдән ашыу ағас, 700-гә яҡын ҡыуаҡ бирелә», — тип белдерҙеләр мэрияла.

https://www.bashinform.ru

Өфөлә 4 меңдән ашыу бейек ағас һәм 1,5 миллион сәскә ултыртыла
Өфөлә 4 меңдән ашыу бейек ағас һәм 1,5 миллион сәскә ултыртыла
Автор:
Читайте нас