Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
20 Апрель 2022, 08:18

Өфөнән Ҡаҙағстанға һәм Үзбәкстанға рейстар асылды

Федераль һауа транспорты агентлығының 19 апрелдәге бойороғона ярашлы, «Ред Вингс» авиакомпанияһы өс айға аҙнаһына дүрт тапҡыр Өфө — Нур —Солтан һәм Өфө — Алматы маршруты буйынса осорға рөхсәт алды.

Өфөнән Ҡаҙағстанға һәм Үзбәкстанға рейстар асылдыӨфөнән Ҡаҙағстанға һәм Үзбәкстанға рейстар асылды
Өфөнән Ҡаҙағстанға һәм Үзбәкстанға рейстар асылды

«Ютэйр» аҙнаһына бер тапҡыр Өфө — Ташкент маршрутын башҡарыуға ошондай уҡ рөхсәт алды.

Әлегә Нур-Солтанға (Астана) Мәскәүҙә йәки Екатеринбургта күсеп ултырып ҡына барып етергә мөмкин, юл хаҡы ике яҡҡа уртаса 35 мең һумға төшә, юлға 10-29 сәғәт ваҡыт китә.

Ташкентҡа — уртаса 45 мең һум, шулай уҡ башҡа ҡалаларҙа икенсе самолетҡа күсеп ултырырға, ә юлға 12 сәғәт тирәһе ваҡыт кәрәк.

https://www.bashinform.ru

Өфөнән Ҡаҙағстанға һәм Үзбәкстанға рейстар асылды
Өфөнән Ҡаҙағстанға һәм Үзбәкстанға рейстар асылды
Автор:
Читайте нас