Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
20 Апрель 2022, 07:39

Ирле-ҡатынлы һәләк булғандар

Юл инспекторы иртән эшкә килмәгәс, уның өйөнә баралар...

Ирле-ҡатынлы һәләк булғандарИрле-ҡатынлы һәләк булғандар
Ирле-ҡатынлы һәләк булғандар

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Күмертау буйынса бүлегенә үҙ фатирында 33 йәшлек ЮХХДИ хезмәткәренең үле килеш табылыуы тураһында хәбәр килә. Мәғлүм булыуынса, хәүефһеҙ юл хәрәкәтенең өлкән дәүләт инспекторы, Күмертау ҡалаһы буйынса ЮХХДИ начальнигы вазифаһын башҡарыусы Максим Геннадьевич Боков һәм уның ҡатыны Алена һәләк булған.
Полицейский иртән эшкә сығырға тейеш булһа ла, билдәләнгән ваҡытҡа килеп етмәгән. Борсолған хеҙмәттәштәре уның өйөнә килә, әммә ишекте бер кем дә асмай, телефон шылтыратыуҙарына яуап бирмәй. Фатирҙы асыу тураһында ҡарар ҡабул ителә. Уларҙың көс ҡулланып үлтереү билдәләре юҡ. Улар газ йыһаздарының төҙөк булмауы менән бәйле бәхетһеҙлек осрағы ҡорбаны булған тигән фараз бар. Һәләкәт булған урынға газ хеҙмәткәрҙәре саҡырылган.

Фото: avtoexprt.ru 

https://kiziltan.ru

 

Ирле-ҡатынлы һәләк булғандар
Ирле-ҡатынлы һәләк булғандар
Автор:
Читайте нас