+30 °С
Болотло


Өфөлә судноларҙы 22 апрелдә эшкә ҡушыу планлаштырыла. Был хаҡта Өфө хакимиятендә уҙған оператив кәңәшмәлә билдәле булған.
Суднолар тулы техник әҙерлеккә эйә. Хәҙерге ваҡытта 2020 йылдан бирле үҙгәрмәгән юл йөрөү тарифтарын арттырыу мөмкинлеге ҡарала.
Шулай уҡ быйыл дуҫлыҡ Монументында причал эше ойоштороласаҡ: паспортлаштырыу һәм был төбәктә Ағиҙел йылғаһын тәрәнәйтеү эштәре башҡарыласаҡ.