

Был йылда тәүге ҡояш тотолоу 30 апрелдә Мәскәү ваҡыты менән 23:28 сәғәттә көтөлә. Ләкин ул Ер шарының Көньяк ярымшарында ғына күренәсәк. Атап әйткәндә, Көньяк Америкала, Антарктидала, шулай уҡ Тын һәм Атлантик океанда ҡояш тотолоуын күҙәтеп буласаҡ. Рәсәй күгендә ул өлөшсә генә күҙәтелә йәки бөтөнләй күренмәй тиерлек.
Ҡяштың икенсе тапҡыр тотолоуын көҙгө айҙа – 25 октябрҙә Мәскәү ваҡыты менән 13:49 сәғәттә күрәсәкбеҙ. Был күренеште Көнбайыш Себерҙә күҙәтеү мөмкин буласаҡ. Шулай уҡ Үҙәк Азияла һәм Африка ҡитғаһының төньяҡ-көнсығыш өлөшө Ай күләгәһе аҫтында ҡаласаҡ.
Быйыл шулай уҡ ике тапҡыр ай тотолоуына ла шаһит буласаҡбыҙ.