

Бөтәһе 15 кеше, улар араһында өс бәләкәй бала (кесеһенә 9 ай), бесәй, эт бар.
Хайуандар юлда арыған, әлбиттә, ләкин түҙгән, үҙҙәрен тыныс тотҡан. Эҙләү отряды кинологтары этте ваҡытлыса үҙҙәренә алған.
Перронда ҡаршы алып, шәхси әйберҙәрен бушатҡандан һуң уларҙы мобиль ФАП-ҡа оҙаттылар һәм унда коронавирусҡа экспресс-тикшереү үткәрҙеләр.
«Сығышым менән рус милләтенәнмен. Херсонға атайым менән килдек, ул хәрби кеше ине. Ирем Украинала тыуып үҫкән. Күсеп китеү тураһында ҡарар ҡабул итеү ауыр булды тип әйтмәйем. Ә тиҙ генә. Унда мораль яҡтан бик ҡыйын. Херсонды һуғышһыҙ алдылар, емереклектәр юҡ. Ләкин төндә шартлауҙар ишетелһә, күңелгә шом йүгерә», — ти Ирина Можакаева.
Тәүҙә Ҡырымға килгәндәр, шунан һуң уларҙы төбәктәргә бүлгәндәр. Бөтә ерҙә лә уларҙы ихлас ҡаршы алғандары һәм ҡабул иткәндәре өсөн бик рәхмәтле Ирина. Ике тәүлектән һуң, ниһайәт, улар Өфөлә.
Херсонда Ирина коммуналь хеҙмәттәрҙә эшләгән. Ғаиләнең ике бүлмәле фатиры ҡалған, үҙҙәре менән иң кәрәкле әйберҙәр тултырылған ике сумаҙан ғына.
Рәсәйҙә яҡын арала тейешле документтар юлларға, эш башларға тигән уйҙары бар. Ирина Санкт-Петербургта йәшәгән улына барырға иҫәп тота.
Өфөгә килгәндәрҙең барыһы ла «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһы биләмәһендәге ваҡытлыса йәшәү пунктына урынлаштырылды. Унда социаль һәм миграция хеҙмәттәре белгестәре эшләй. Улар документтарҙы тергеҙеүҙә, эшкә урынлашыуҙа, социаль түләүҙәрҙе юллауҙа ярҙам күрһәтә.
Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин хәбәр итеүенсә, был — хәрби операция зонаһынан мәжбүри күскенселәрҙең тәүге төркөмө. Әлеге ваҡытта республикала үҙ юлы менән яҡындарына йәшәргә килгән 70-тән ашыу кеше иҫәпләнә.
«Планға ярашлы, тиҙҙән 500 күскенсенең килеүе көтөлә. Әлеге ваҡытта ваҡытлыса урынлаштырыу пункттары дүрт меңгә яҡын кешене ҡабул итергә мөмкин. Яҡын арала Башҡортостанға тағы ла ике мең самаһы күскенсенең килеүе ихтимал», — тине Забелин.