

Зилүрә Муллабаева тәүҙә ауыл хәкимиәтендә хәрби иҫәпкә ҡуйыусы була, унда 15 йыл эшләй. Бер нисә йылдан һуң, уны ауыл Советына эштәр менән идара итеүсе булараҡ эшкә саҡыралар.
— Эш көсөргәнешле ине. Семинарҙар, кәңәшмәләр, йыйындар өсөн мин яуаплы булдым. Шулай уҡ граждандарҙы ҡабул итеү, нотариаль эштәр, документтар. Һәр ваҡыт алдынғылар рәтендә булырға тырыштым, төнгә ҡәҙәр эштә ҡалған саҡтар булды йәки эшемде өйҙә дауам иттем, — тип иҫкә ала Зилүрә Рауил ҡыҙы.
Зилүрә Рауил ҡыҙы үҙ эшен ярата, үҙ вазифаларын намыҫ менән башҡара. Уның эше бер нисә тапҡыр Рәхмәт хаттары hәм грамоталар менән билдәлeп үтелгән.
— Яңы йыл алдынан ауылда бер ваҡиға булды, ауыл биләмәһе башлығы ауылда түгел ине, миңә быны тикшерергә тура килде, ә инде Яңы йыл төнөндә өй янды, hәм был төндә миңә еңел булманы. Был Яңы йыл ғүмерлеккә хәтеремдә уйылып ҡалды, — тип иҫкә ала Зилүрә Рауил ҡыҙы.
Зилүрә Муллабаева иртә тол ҡала, ике ҡыҙын тәрбиәләп үстереү уның иңенә төшә. Хәҙер уның балалары лайыҡлы кешеләр булып үҫкән, бәләкәй ҡыҙы Бәләбәй педагогия колледжын, унан һуң М. Акмулла исемендәге университетты тамамлай, Бәләбәйҙә йәшәй. Оло ҡыҙы Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтын тамамлаған, хәҙер Бишбүләк юл ремонт-төҙөлөш идараһында эшләй. Зилүрә Рауил ҡыҙы үҙенең ҡыҙҙары hәм ике ейәне менән ғорурлана.
Карина ПАВЛОВА.
Фото Зилүрә Муллабаеваның шәхси архивынан.